Ғинуар айы Хәйруллиндар өсөн байрамдарға бай. Ғаилә тормошо юбилейын билдәләгән көндө Мәҙинә Ҡәниф ҡыҙы 89 йәшен тултырҙы, ә беҙ килгән көндө, 10 ғинуарҙа, Вәҡиф Ҡыям улына 88 йәш тулды.
Уларҙың никахы 1949 йылдың 6 ғинуарында теркәлә. Шуныһы ҡыҙыҡ, йәш пар алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай вәғәҙәләр биреп, өйләнешеү тураһында хыялланып йәшәмәй. Ул саҡта әле ата-әсәләр йәки олораҡ туғандар балаларына кейәү-кәләште нәҫеленә ҡарап, үҙҙәре һайлай. Әммә эшһөйәрлектәре менән айырылып тор-ған ҡыҙ һәм егет, ауылдаштарын һоҡландырып, бик матур ғаилә ҡора.
Әлбиттә, уларға кескәй саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. “Һуғыш артынан ил ярлыланды, кешеләр ҙә ярлы йәшәне. Шулай ҙа бирешмәнек”, – ти Мәҙинә апай.
Вәҡиф Ҡыям улын армияға алалар. Ул Камчаткала бурысын үтәй. Өс йыл ярым хеҙмәт итергә тура килә ғаилә башлығына. Ауылда ҡалған йәш киленгә ауырға төшә, әммә бирешмәй, ҡәйнәһе менән бергә ике баланы аяҡҡа баҫтыралар.
Хәйруллиндар – икеһе лә хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы “Маяҡ” колхозында арымай-талмай хеҙмәт итәләр. Вәҡиф ағай “ҡорос аты” менән ялан-ҡырҙарҙы гиҙә, аҙаҡтан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, экскаваторҙа эшләй. Мәҙинә апай төрлө эштәрҙә йөрөй: көлтә бәйләй, бесән саба, ашлыҡ һуға. Уларҙың ғаилә һандығында бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары һаҡлана.
Хәйруллиндарҙан оҙаҡ йылдар тигеҙлектә, бер йән булып йәшәүҙең серен һораныҡ.
– Тормош бер көйө генә тормай. Төрлө саҡтар булды. Татыу йәшәүҙең иң мөһим ҡағиҙәһе – сабыр була белеүҙә. Һүҙгә килгәндә өндәшмәй тора белергә кәрәк. Шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау, тыныслыҡта йәшәү мөһим. Аллаға шөкөр, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек, барыһы ла башлы-күҙле булды. Килендәрҙән уңдыҡ, улар үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек яҡындар. Беҙҙең ете ейән-ейәнсәребеҙ, алты бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ, – тиҙәр шатланып, олатай менән өләсәй.
Боронғолар, ҡартлыҡта бәхет кәрәк, тигән. Мәҙинә апай менән Вәҡиф ағай йәшлектәрендә тырышып, илебеҙгә, еребеҙгә хеҙмәт иткәндәр, балалар тәрбиәләгәндәр, шуға ла ҡартлыҡтары тыныс, бәхетле.