Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
3 Декабрь 2018, 14:07

Уны шәфҡәтле булғаны өсөн яраталар

Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле Динә Ғәлимова олпат юбилейын – 80 йәшен ҡаршыланы.

Динә Фазыл ҡыҙы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ул йылдарҙа балаларҙы бик иртә эшкә йәлеп итер булғандар. Бына Динә Ғәлимова ла 12 йәшенән Нуриманов исемендәге колхоздың урып-йыйыу һәм сәсеү эштәрендә ҡатнаша. 10 класты тамамлағандан һуң ҡышын фермала эшләй, йәйен һыйырҙар көтә.

Һуңыраҡ Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Шәфҡәт туташы дипломын алғас, тыуған ауылына ҡайта.

– Фельдшер пунктындағы эште мин тәжрибәле фельдшер Фазила Бәширова етәкселегендә башланым, – тип иҫенә төшөрә Динә Фазыл ҡыҙы. – Ул миңә кәрәкле практик белемдәр бирҙе, мохтажлыҡ кисергәндә кәңәштәре менән ярҙам итте. Мин патронаж сестра булдым. Ҡайһы ваҡыт фельдшер функцияларын баш-ҡарҙым.

Ауыл халҡының һаулығы хаҡына хеҙмәткә ул 25 йыл ғүмерен бағышлаған. Ауыл кешеләренә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы менән ихтирам яулаған.

1982 йылдан уны Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына секретарь итеп ҡуялар, пенсияға сыҡҡансы ул шунда эшләй.

Төп эшенән тыш, Динә Ғәлимова һәр ваҡыт ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1964 йылдан – ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ойоштороу һәләттәре һәм һәр кемгә айырым ҡараш таба белеүе менән айырылып тора. Ул йылдарҙа бихисап саралар ойошторола, барыһы ла юғары кимәлдә үтә.

Ире Раян Баҡый улы менән улар биш баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерә, бөгөн улар – ата-әсәһе өсөн төп терәк-таяныс.

Нәҡ балалары Динә Фазыл ҡыҙын ауылда мәсет асыуға илһамландыра һәм уға изге башланғысында ярҙам итә. Үҙе ул – үтә лә диндар кеше. Уны мосолман байрамдары һәм сараларын ауыл клубында үткәрергә тура килеүе әсендерә. Ауылдаштары менән кәңәшләшеп һәм кәрәкле бөтә документтарҙы әҙерләп, Динә һәм Раян Ғәлимовтар эшкә тотона. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалмай – хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Бөгөн “Диниә” мәсете – ауылдың дини тормош үҙәге.

Изге эштәре, ярҙамсыллығы һәм эскерһеҙлеге өсөн ярата уны ләмәҙтамаҡтар. Динә Ғәлимова – Ләмәҙтамаҡ ауылының хөрмәтле ҡатындарының береһе.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.