Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
16 Ноябрь 2018, 19:01

90 йәштә лә күҙҙәрендә дәрт бар

Быйыл 90 йәштәрен билдәләүсе тыл хеҙмәтсәндәре араһында Оло Ыҡтамаҡ ауылынан үҙе редакцияға гәзит алырға йөрөүсе Дания Фәт-ҡуллина ла бар.

Ул Туймазы районының Бишҡурай ауылында тыуған. Яҙмышы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ул ауыр заманда йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышы менән оҡшаш.

– Һуғыш йылдарында беҙ-ҙең ғаилә Ишәле ауылына күсеп килде. Ул ваҡытта беҙҙең атай-әсәйгә был яҡтарҙа буш ятҡан ерҙәр күп, тип әйткәндәр. Шуның менән бәйле, ауылыбыҙҙан 12 ғаилә һыйырҙарын егеп юлға сығып китте. Юлда килгәндә ауылдарҙа ҡунырға туҡтайбыҙ. Кешеләр беҙгә мәрхәмәтле булды, ҡунып сығырға өйҙәренә кертәләр ине, – тип иҫенә төшөрә Дания Солтангәрәй ҡыҙы.

Героинябыҙ Теләш мәктәбендә ете класс тамамлаған. Әүәл трахома тигән күҙ ауырыуы киң таралған булған. Шуға күрә район дауаханаһы нигеҙендә трахома сестралары әҙерләү ойошторола. Дания Солтангәрәй ҡыҙы алты айлыҡ курс үтә һәм һигеҙ йыл самаһы Ишәле һәм Йонос ауылдарында трахома сестраһы булып эшләй. Шунан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар шифаханаһында бала ҡараусы, ашнаҡсы һәм келәт мөдире вазифаларында хеҙмәт итә.

Үҙ ғүмеренә шофер булып эшләгән ире Вәрис Төхвәт улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Бөгөн Дания Солтангәрәй ҡыҙы өс ейәне һәм бер бүләһенең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Балалары хужалыҡ буйынса ярҙам итә, уның тураһында хәстәрлек күрәләр, ҡарайҙар. Ейәндәре лә онотмай: киләләр, аралашалар, иғтибар-ҙарына солғайҙар. 90 йәшлек ҡатын үҙе лә ҡартлыҡҡа бирешмәй. Ул үҙен яҡшы тоя, тормошҡа оптимизм менән ҡарай, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ижади сараларға йөрөй. Тыуған көнөндә уны билдәле яҡташыбыҙ, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов сәхнәнән ҡотлай.

Оҙон ғүмерле булыуының серен Дания Солтангәрәй ҡыҙы тыныс һәм хәрәкәтсән булыу- ҙа тип иҫәпләй. Бала һәм үҫмер сағы ауыр булыуына ҡарамаҫтан, юбиляр изгелекле, йомшаҡ күңелле һәм яҡты кеше булып ҡала.

Айгөл ШАРАПОВА.