Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
12 Ноябрь 2018, 14:03

Тормош һуҡмағы буйлап

11 ноябрҙә Фидаил Фазлый улы Заһитов 70 йәшен билдәләй.

Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге тулыһынса тыуған районына бағышланған. 1964 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең 8-се класын бөтөп, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1968 йылдың мартынан ноябренә тиклем, Ауырғазы районының Ғабдулла Туҡай исемендәге колхозында агроном булып эшләй. Ноябрҙә уны армияға алалар һәм, 1970 йылға тиклем яугир бурысын үтәй. Демобилизациялан-ғандан һуң, 1971 йылда, Нуриманов исемендәге колхозда бригадир булып эш башлай. 1971-72 йылдарҙа район орлоҡсолоҡ инспекцияһында – агроном-инспектор. 1973-тә район радиоһы мөхәррире була. 1973 йылдың декабренән коммунистар партияһының район комитеты аппаратында хеҙмәт итә. 1976 йылда ситтән тороп “Иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу” һөнәре буйынса башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1979-ҙа ауыл хужалығы идаралығына баш иҡтисадсы, ә 1983 йылдың мартында иҡтисад буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп ҡуйыла. 1984 йылдың декабренән партияның Мәсетле райкомында ауыл хужалығы бүлеге мөдире булып эшләй. 1989 йылда, бүлекте үҙгәртеп ҡороу менән бәйле, “Серп и молот” колхозына баш иҡтисадсы итеп күсерелә. 1989-ҙың апрелендә Мәсетле агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы райкомы пленумында рәйес, ә 1991 йылдың ғинуарында халыҡ депутаттарының район Советы сессияһында Совет рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1992 йылда “Восток” банкының Оло Ыҡтамаҡ филиалы директоры итеп тәғәйенләнә. 1994 йылдан хакимиәт башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1997 йылда һалым инспекцияһы начальнигы итеп күсерелә.

– Бер ҡасан да үҙеңә лә, балаларың һәм ейәндәреңә лә оят булмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк, – тип иҫәпләй Фидаил Заһитов.

Ысынлап та, юбилярҙың яҡындары һәм дуҫтары уның менән ғорурлана ала. Күптәрҙең район өсөн ул эшләгән ҡәҙәр эшләргә хәленән килмәй. Уның хеҙмәте юғары кимәлдә баһаланған. Граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороуға ул күп иғтибар бүлгән, район халҡы алдында лекциялар менән сығыш яһаған, әңгәмәләр уҙғарған, граждандар йыйылыштарында, район гәзите һәм “Урал” телестудияһы аша квалификациялы консультациялар биргән.

Уның тырышлығы һәм эшлекле сифаттары арҡаһында 2005 йылда Һөләймән йорт-интернатының икенсе корпусы ҡулланыуға тапшырыла. Йорт-интернатты 12-нән 22 урынға тиклем арттырыу ҡарт граждандарҙың һәм инвалидтар-ҙың стационар социаль хеҙмәтләндерелеүенә сиратты бөтөрөргә мөмкинлек бирә үҙ ваҡытында.

Юбилярыбыҙ райондың йәмәғәт тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашты һәм ҡатнаша. Пенсияға сығырға күп ҡалмағанда, 2006 йылда, уны Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйының ышаныслы вәкиле итеп раҫлайҙар. 10 йыл самаһы райондың һайлау комиссияһына етәкселек иткән.

Федераль, республика һәм урындағы һайлауҙарҙы уҙғарыу буйынса ҙур эш башҡарғаны өсөн 2000 йылда Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Почет грамотаһы менән наградланған. Фидаил Заһитов социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса райондың өс яҡлы территориаль комиссияһы секретары була. Район башҡарма власть органдарында һәм идаралығында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн район Советы президиумы һәм район хакимиәте тарафынан 1998 һәм 2003 йылдарҙа маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Быларҙың барыһы ла – юғары награда, уларҙан тыш Фидаил Фазлый улының тағы ла бихисап башҡа грамоталары бар. 2005 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы дәүләт советнигы” дәрәжәһе бирелә. Ошоларҙан тыш, ул –Рәсәйҙең почетлы доноры.

Юбилярыбыҙ биографияһының шундай бай йөкмәткеле булыуына ҡарамаҫтан, уның өсөн ғаилә һәр ваҡыт беренсе урында тора. Хәләл ефете Зилфирә Заһитова менән 44 йыл инде бергә татыу ғүмер кисерәләр, ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ә хәҙер уларға ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр.

Адель ҒАФФАРОВА.