Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
23 Октябрь 2018, 15:09

Салауаттың юбилейы

Юҡ, Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың түгел, ә минең ирем, дүрт баламдың атаһы, Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән (бына ҡайҙа тыуған – шунда яраған) ҡәҙерле Салауат Кирам улы Камалиевҡа аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 55 йәш!

Әлбиттә, бер-беребеҙгә ышаныслы терәк булып, тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын бергә еңеп һәм һөйөнөп, бер тында йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, бергә, бер йүнәлештә ҡарайбыҙ. Ә бит осрашмаҫҡа ла мөмкин инек бит, икенсе урам менән киткән булһа, мине осратмаған, тапмаған булыр ине. Мин Әләгәҙгә Октябрьский ауылынан уҡырға йөрөнөм, тәнәфестә килеп осраштыҡ, ә инде айырылышырға тура килмәне. Ҡар яуһынмы, ямғырмы, йонсоу көндәргә һәм ара алыҫлығына ҡарап тормай, йәйәү йә мотоцикл менән осрашыуға ынтылды.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат шунда уҡ “Мәсәғүт” совхозында хеҙмәт юлын башланы. Шунан 1981 йылда Балтик буйына хеҙмәткә алынды, унда сик буйы ғәскәрҙәрендә 1983 йыл-ға тиклем хеҙмәт итте. Иҫтәлеккә уның бер сумаҙан тулы хаттары ҡалған, шуларҙы уҡып, уны бер үҙе тәрбиәләгән әсәһенә, һөйгән йәренә, ауылдаштарына ҡыҙыллыҡ килтермәүен иҫкә төшөрөп алабыҙ, ғорурланабыҙ.

Ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа өй һалды, шунда балаларыбыҙ тыуҙы һәм үҫте, шунда ҡунаҡтарыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ һәм һәр ваҡыт көтөп ҡалабыҙ. Бына шуның өсөн дә миңә Салауат Кирам улы менән йәш саҡта ғына түгел, ә әлеге ваҡытта ла ҡыҙыҡлы. Ғаиләгә, тирә-йүндәгеләргә, дуҫтарға, ауылдаштарға булған һөйөүе уның шул тиклем ҙур.

Балаларға яҡшы атай ҙа һин,

Беҙҙең өсөн ныҡлы бер терәк.

Бары һинең менән бәхетле беҙ,

Шуның өсөн беҙгә һин кәрәк.

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,

Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.

Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән

Таҙалыҡта үтһен көндәрең!

Иң изге теләктәр менән ғаиләң: ҡатының Лира, ҡыҙҙарың Вероника, Анжелика,

Каролина, улың Станислав, ейәнең Адель,

кейәүҙәрең Евгений һәм Таһир.