Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
18 Октябрь 2018, 18:08

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерына – 90 йәш!

Ишәле ауылынан тотош хеҙмәт юлы “Коммунист” колхозы менән бәйләнгән хеҙмәт ветераны, райондың алдынғы һауынсыһы, йомшаҡ һәм ярҙамсыл кеше, балаларын һәм ейәндәрен өҙөлөп яратыусы Таһира Мөхәмәтова ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй.

Оҙон ғүмерле инәй 1928 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Өс һуғышта ҡатнашҡан атаһы иртә донъя ҡуя. Әсәһе мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, ауылдың хөрмәтле кендек инәһе, имсеһе була.

Тормош иркәләмәй Таһира Мәүлит ҡыҙын. Хеҙмәт биографияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана: ун өс йәшлек ҡыҙ ололар менән бер рәттән колхоздың бөтә ауыр эштәрен башҡара.

– Еңеү көнөн яҡшы хәтерләйем. Ул саҡта мин етенсе клас-та уҡый инем. Бөтә мәктәп уҡыусыларын ауыл Советы алдына демонстрацияға йыйҙылар. Күптәр иланы, сөнки күп кешеләрҙең туғандары, яҡындары һуғыштан ҡайтманы, – тип күҙ йәштәре менән иҫенә төшөрә инәй ул көндө.

Артабан уның уҡыу мөмкинселеге булмай: ярлы йәшәйҙәр, аяҡтарына-өҫтәренә кейерлек әйбер булмай. Шулай итеп колхоздың һарыҡ көтөүен көтөргә тотона.

– Бер йылды ике ҡыҙ менән үҙ өҫтөбөҙгә айырым төркөм алдыҡ. 100 баш һарыҡты беҙ 160 баш итеп тапшырҙыҡ. Ошонан һуң беҙҙе радио аша үҙ ҡаҙанышыбыҙ тураһында бөтөн республикаға һөйләр өсөн Өфөгә саҡырҙылар. Үкенескә күрә, мин бара алманым. Ана шул саҡта мин үҙемдең тәүге наградамды алдым, – тип һөйләй өлкән йәштәге ҡатын.

Ауылда һөтсөлөк фермаһы асылғас, Таһира Мәүлит ҡыҙы һауынсы булып эш башлай. Бында ла ул намыҫ менән хеҙмәт итә. Нисектер бер ваҡыт Түбәнге Тагилдан 80 баш ҡара-сыбар һыйыр алып ҡайталар. Шуларҙың 15-ен уға ышанып тапшыралар, сөнки эшләү дәүерендә ул быҙауҙар үлеменә юл ҡуймай.

Уның һөт малсылығындағы уңыштары тураһында район гәзите бер нисә тапҡыр яҙып сыға. Фамилияһы оҙаҡ йылдар һауым буйынса сводкаларҙың тәүге юлдарында тора. Район архивында беҙ йәш ҡатындың портреты баҫтырылған “Коммунист” гәзитенең 1974 йылдың 15 ғинуар һанын таптыҡ. Ундағы текстан өҙөк: “Һауынсы Таһира Мөхәмәтова 1973 йылда һәр һыйырҙан 4068 кг, йәки 1972 йылға ҡарағанда 455 килограмға күберәк һөт һауып, район һауынсыларының социалистик ярышында беренсе урын алды. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың билдәләүсе йылында ла уның был сиктән тайпылырға уйы юҡ”.

Юғары производство күр- һәткестәренә ирешкәне өсөн күп кенә наградалар менән билдәләнгән, уларҙың иң ҙуры – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены. Алдынғы һауынсы бер нисә тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе тип таныла, шуның өсөн СССР Ауыл хужалығы министрлығы билдәләренә лайыҡ була. “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “I дәрәжә Әсәлек”, СССР ВДНХ-һы бронза миҙалдары, “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы” знагына эйә.

Таһира Мөхәмәтова ете бала үҫтергән. Уларҙың барыһы ла төрлө өлкәләрҙә лайыҡлы хеҙмәт иткән һәм итә. Араларында ашнаҡсы, бухгалтер, малсы, һауынсы, тегенселәр бар. Юбиляр – бәхетле өләсәй, уны 15 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре ҡыуандыра. Олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан Таһира Мәүлит ҡыҙы теремек, аҡылы айыҡ һәм хәтере яҡшы, ҡыҙыҡлы итеп һөйләй, гәзиттәр уҡый, шаяртырға ярата, хәленән килгәнсә балаларына ярҙам итә.

Айгөл ШАРАПОВА.