Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
18 Октябрь 2018, 16:06

Бәхетебеҙ – әсәйебеҙҙә!

Һәр беребеҙҙең тормошонда иң яҡын һәм алмаштыр-ғыһыҙ кеше була – ул әсәй. Яңы Мишәр ауылынан әсәйебеҙ Әминә Мәүлитйән ҡыҙы Хажиеваның бөтә ыңғай сифаттарын һанап бөтөү мөмкин түгел – ул хәстәрлекле, яратыусы, наҙлы, яғымлы һәм был исемлек сикһеҙ…

Ҡыйғы районының Мәсәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәүлитйән Зариф улы менән уҡытыусы Фәрзәнә Ғәлиәскәр ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә тыу-ған.

Мәсәк башланғыс һәм Абзай урта мәктәптәрен тамамлағандан һуң Златоуст медицина училищеһына уҡырға инә. Шунан йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһындағы бала тыуҙырыу бүлексәһенә шәфҡәт туташы булып эшкә бара. Бында ул үҙенең яҙмышын – атайыбыҙ Ғаян Шакирйән улы Хажиевты осрата. 1981 йылдың 31 декабрендә йәштәр туй яһай. Шулай итеп улар 37 йыл бергә татыулыҡта һәм тыныслыҡта ғүмер итә!

Әсәйебеҙ бик эшсән кеше, уның хеҙмәт стажы 38 йыл тәшкил итә. Оҙаҡ йылдар ул Яңы Мишәр ауылында фельдшер булып эшләй. Үҙ эшенең ысын профессионалы күрһәтелеүсе хеҙмәттәренең сифатын, үҙ бурыстарына намыҫлы мөнәсәбәтте иң беренсе планға ҡуя. Уңышлы хеҙмәте өсөн бик күп муниципаль кимәлдәге грамоталар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән наградланған.

Бөгөн әсәйебеҙҙең юбилейы – 60 йәш. Беҙ уны ошо күркәм датаһы менән ҡотлайбыҙ. Беҙҙең арала булғаны, аңлағаны, беҙгә ҡарата иғтибары, гел генә ярҙам иткәне өсөн уға рәхмәттәр әйтәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең ҡояшыбыҙ булып ҡал һәм донъялағы иң бәхетле кеше бул!

Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,

Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.

Ҡайғы-хәсрәт күрмә, шатлыҡ менән

Үтһен һинең ғүмер юлдарың.

Һинән килгән яҡтылыҡтан

Нур сәселә тирә-йүнгә.

Ҡайғы-хәсрәт күрмәй генә

Йәшәйек шулай бергә-бергә!

Ире, улдары Ринат, Илшат, килене Алиса, ейәндәре Рәшит һәм Ранис.