Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
17 Октябрь 2018, 12:04

Уҡытыусы хаҡында һүҙ

Шундай һөнәр бар – балалар уҡытыу. Шуның менән бергә математик иҫәп-хисапҡа ғына түгел, ә программалау теленә.

Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Хәйруллина 1968 йылдың октябрендә Оло Аҡа ауылында тыу-ған. Ата-әсәһе – Миҙхәт Са-бир улы менән Зилара Шакир ҡыҙы бик эшсән кешеләр була, балаларында яҡшы сифаттар тәрбиәләп, хужалыҡ алып баралар. Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Оло Аҡа мәктәбен “отлично”ға тамамлай һәм Башҡорт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡыр-ға инә. Әйтергә кәрәк, 1985 йылда беренсе тапҡыр “информатика” йүнәлеше буйынса уҡыу-сылар йыялар һәм Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы ике йүнәлеш буйынса белгес булып китә. Шул уҡ ваҡытта, сараларҙа, походтар-ҙа, төҙөлөш отрядтарында ҡатнашып, һәр ваҡыт студенттар тормошоноң уртаһында ҡайнай.

Институтты тамамлағандан һуң йәш белгес Иглин районының Таутөмән урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, унда “информатика” предметы буйынса тәүге дипломлы белгес була һәм компьютер класын асыуға үҙ өлөшөн индерә.

1990 йылда Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы кейәүгә сыға һәм татыу педагогтар ғаиләһе барлыҡҡа килә: ире Динар Нәбиулла улы ла – уҡытыусы.

1996 йылдан Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейында математика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшләй. Уның дәрестәрендә һәр ваҡыт дуҫтарса атмосфера хөкөм һөрә, уҡытыусы үҙ предметын һәр бер уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы итергә тырыша. Дәрестәрҙән һуң балалар бик теләп “Робототехника” түңәрәгенә йөрөй, унда Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы уларҙы программалау нигеҙҙәренә өйрәтә.

Уҡыусылары 2014 йылда “Фәнгә юл” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында еңеп Гран-при алды, Мәскәү ҡалаһында “Леонардо” Бөтә Рәсәй ижади асыштар фестивалендә ҡатнашты һәм “Инновациялар” номинацияһында еңеүсе дипломы менән наградланды, республика мәғлүмәт технологиялары конкурсында ҡатнашты һәм “Крит” конкурсы призерҙары булды. 2017 йылда Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙының уҡыу-сыһы Лиана Ҡотләхмәтова Аҡмулла олимпиадаларында математика буйынса призлы урын алды.

Был һоҡланғыс ҡатын күп балалы әсә: ғаиләлә өс бала, уларҙың икәүһе – Марат менән Зарина ҙурҙар инде, улар белем алып уңышлы эшләп йөрөй, ә кесеһе, Динара, бишенсе класта уҡый.

Буш ваҡытында Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы өйөндә йәм һәм күңел йылыһы булдырып, гөл үҫтереү менән шөғөлләнә. Шулай бер нисә ролде берләштереп, ул һәр ваҡыт шат күңелле, йылмайыусан һәм ипле булып ҡала.

Лицей профсоюзы.