Светлана Геннадьевна лицейҙа бына инде 36 йыл эшләй. Ошо ғүмер буйына ул бәләкәс кенә балаларға ныҡышмалы рәүештә белем бирә. Бында уға изгелек, хәстәрлек һәм һәр уҡыусыға ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәт кеүек сифаттары ярҙам итә. Сөнки һәр баланың күңеленә асҡыс табып ҡына балаларҙың һәләттәрен үҫтереп була. Светлана Геннадьевна уҡыусыларын бер-береһенә ярҙам итергә, ҡуйылған маҡсаттарына ирешергә өйрәтә.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Светлана Геннадьевна Баш-ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булған.
Күптән түгел ул 55 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Светлана Геннадьевна, Уҡытыусылар көнө һәм юбилейығыҙ менән беҙ ихлас күңелдән Һеҙҙе ҡотлайбыҙ! Бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
лицейының башланғыс кластар уҡытыусылары.