“Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул”, - тиһәләр ҙә, яҙмыш әҙәм балаһын төрлө яҡта йөрөтә. Горький сит телдәр институты студенткаһы Нина Александровна Карпова ҡасандыр алыҫ Башҡортостандағы Мәсетле районында йәшәрмен тип уйлағанмы икән? Ул – Оло Ыҡтамаҡҡа ситтән килеп, бында тороп ҡалған аҙ һанлы сит тел уҡытыусыларының береһе. Волга буйында үҫкән ҡала ҡыҙы ауылды үҙ итә. Бәлки, уға ошо күркәм төйәк оҡшағандыр, ә, бәлки, бында башҡорт егетен осратып, уға кейәүгә сыҡҡанғалыр. Шулай итеп, Нина Александровна ауылдың үҙ кешеһенә әйләнә. Бер нисә йыл дауамында ул Оло Ыҡтамаҡта ғына түгел, ә тотош районда бер-ҙән-бер инглиз теле уҡытыу-сыһы була. Үҙ эшен дауам итерлек бер төркөм уҡытыу-сылар әҙерләп сығара. Улар-ҙың ҡайһы берҙәре ошо мәктәптә остаздары етәкселегендә эшкә тороп ҡала. Л. А. Сафина, О. А. Ваһапова, Ф. З. Әхмәтова, Т. Я. Крючкова, Л. Р. Дилмөхәмәтова, уҡы- тыусыларынан үрнәк алып, намыҫлы хеҙмәт итә.
Нина Александровна – методист, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы алдынғыһы, мәктәп музейының элекке етәксеһе. Балаларҙы уҡытыу-ҙа һәм тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнде, исеме Мәсетле район мәғариф бүлегенең һәм профсоюз райкомының Почет кенәгәһенә индерелгән. Ә иң ҙур наградаһы – уҡыусыларының һөйөүе!
– Миңә Нина Александровнала уҡыу һәм һуңынан уның менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Миндә инглиз теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы нәҡ ул тәрбиәләне. Һуңынан үҙем дә инглиз теле уҡытыусыһы булып киттем. Эшләп алып китеүе еңел булды, сөнки уҡытыусым эргәмдә ине. Мин уның менән кәңәшләштем, ә ул ихлас күңелдән педагогик оҫталығы менән уртаҡлашты. Нина Александровна – бик белемле, етди, мөләйем, иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта юморға бай ине. Уның менән әңгәмәләшеү һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Ә мәктәп музейын етәкләй башлағас, бөтә мәктәп коллективы һәм уҡыусылар музейға эшләй башланы, сөнки Нина Александровна мәктәп музейының патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә нигеҙе икәнлеген яҡшы аңлата белде. Ул музей советын төҙөнө. Был советҡа минең класымдан уҡыусылар К. Бауэр, Л. Сәлимова, Ю. Әхмәтшина инде. Улар экскурсиялар алып бар-ҙы, Нина Александровнаны бик хөрмәт иттеләр. Тәнәфес һайын уның янына барып, һөйләштеләр.
– Нина Александровна менән мин 1957 йылда, 5-се клас-та инглиз телен өйрәнгәндә, осраштым. Уның образы мине әсир итте, шунлыҡтан, артабан һөнәр һайлағанда, кем булырға тигән һорау торманы алдымда. Уҡытыусы булып эшләгәндә, үҙеңә күп өйрәнергә тура килә. Шул саҡтар-ҙа Нина Александровна һәр ваҡыт эргәмдә булды. Беҙ дәрестәргә, кластан тыш эштәргә, ата-әсәләр йыйылыштарына бергәләп пландар төҙөнөк. Ул изге күңелле, коллегаларына ҡарата иғтибарлы. Һәр ваҡыт ярҙамға килә, дәртләндерә, өмөт тыуҙыра. Үҙ эшен башҡаларға күрһәтеп бармаған кеше. Ул минең өсөн икенсе әсәйем кеүек. Мин ғүмер буйы уның кәңәштәрен хәтерләйем, миңә һәм ғаиләмә ҡарата иғтибарын һәм хөрмәтен тоям. Рәхмәт Һеҙгә, уҡытыусым!
– Мин икеләтә уңдым. Нина Александровна минең инглиз теле уҡытыусым ғына түгел, класс етәксем дә булды. Уның менән эшләү бик күңелле ине. Ул һәр дәрескә, һәр сараға үҙенсәлек индерә белде, бар күңеле менән педагогик эшенә бирелде, беҙҙе, йәш уҡытыу-сыларҙы, ижади эшләргә өйрәтте. Мин уның эшкә мөнәсәбәтенә һоҡланып бөтә алманым. Ул – энергиялы, тын-ғыһыҙ, идеяларға бай кеше. Һәр ваҡыт яңыны, ҡыҙыҡлыны эҙләй. Уның тырышлығы менән беҙҙең уҡытыусылар секцияһы иң татыуы булды. Нина Александровна! Һеҙ камил уҡытыусы!
Ҡәҙерле Нина Александровна! Беҙ Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм оҙаҡ йылдарға етәрлек сәләмәтлек теләйбеҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын. Эргәгеҙҙә һөйөү һәм хәстәрлек менән уратып алған яҡындарығыҙ йәшәһен!