Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
3 Октябрь 2018, 16:06

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

80 йәш – яҙмыш бүләк иткән матур юбилей һәм ул һәр кемгә лә бирелмәй.

2 октябрҙә Валентина Терентьева үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул һәр ваҡыт теләгән бер үтенескә яуап бирергә, кәңәше һәм эше менән дә ярҙам итергә әҙер торған ғәжәйеп һиҙгер һәм иғтибарлы ҡатын. Бер нисә минут ҡына уның менән һөйләшеү, ысын күңелдән әйтелгән бер нисә һүҙ, хуп- лаулы, яғымлы йылмайыу – әңгәмәсенең кәйефе үҙгәрә һәм унда оптимизм, өмөт, үҙ-үҙенә ышаныс барлыҡҡа килә.

Ире Виктор Терентьев менән улар 53 йыл бергә ғүмер кисергән! Бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белемле иткәндәр. Валентина Александровна үҙ ғүмерендә байтаҡ ҡайғы-хәсрәт, мәхрүмлектәр кисергән. Яҡын кешеләрен юғалтыу йөрәгенә тәрән яралар һалған. Ләкин балалары, ейән-ейәнсәр-ҙәре, бүләләре, туғандарының балалары хаҡына барыһына ла түҙергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк була. Бөгөн ул – бәхетле әсә, өләсәй, апай һәм әбей. Балалары һәм ейәндәре ҡайтып һөйөндөрөп тора. Бына шуның өсөн ул әле күп нәмәләргә түҙергә һәм еңергә әҙер. Сөнки был – тормош.

40 йылдан ашыу ғүмере ҡәйнәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында үтә, был йәштәр өсөн бик шәп өлгө. Ә ниндәй яҡшы хужабикә ул! Өйөндә һәр ваҡыт өҫтәл тулы һый-ниғмәт, үҙе бәшмәк, еләк йыйырға ярата, ә ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәләре үҙенә генә түгел, барлыҡ туғандары һәм яҡындарына ла етә. Ғүмере буйына ул ире менән һыйыр, ихата тулы мал-тыуар аҫраған. 50 йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Шул йәшендә лә ул барыһына ла – өйөн тәртиптә тоторға ла, бүләләре менән ултырырға ла өлгөрә.

Үрҙә яҙылғандарҙан тыш, Валентина Терентьева 30 йыл бухгалтер булып КПСС район комитетында эшләгән. Шунса уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитетында алмашһыҙ казначей була. Хеҙмәт ветераны. Эшләгән йылдарында бер нисә тапҡыр маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

- Үҙ ғүмеремә яҡшы кешеләрҙән уңыуым менән яҙмышыма рәхмәтле. Пенсияға сыҡҡансы бик яҡшы һәм намыҫлы коллективта эшләнем. Дөрөҫөн әйткәндә, өс тиҫтә йылымды бағышлаған һөнәрем, шул дәүер эсендә икенсе ғаиләмә әйләнгән коллективым менән айырылышыуы еңел булманы, – ти Валентина Терентьева.

Хәҙер ул хаҡлы ялда, ләкин иртәнән кискә ҡәҙәр бал ҡортолай хеҙмәт итә.

Шундай етди датаһы уңайынан Валентина Терентьеваны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты ҡотлай:

- Бөгөн ошо һоҡланғыс ҡатындың юбилейы. Валентина Александровнаға һаулыҡ һәм барлыҡ тормош рәхәтлектәре теләйбеҙ!

Районда бындай кешеләр аҙ түгел. Шулай булғас, йәш быуынға нисек эшләргә һәм үҙ ереңде яратырға үрнәк алыр кешеләр бар.

Адель ҒАФФАРОВА.