Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
26 Сентябрь 2018, 16:04

Һүҙ – уҡытыусы хаҡында

Уҡытыусы… Был һүҙ бик ҙур әһәмиәткә эйә. Тәүге көндө мәктәп партаһына ултырғандан алып ул беҙҙе белем донъя-һына етәкләй: уҡырға һәм яҙыр-ға, матурлыҡты, тәбиғәт һәм кешелек тарафынан тыуҙырыл-ған гүзәллекте күрергә, изгелек менән яманлыҡты айырыр-ға, ололарҙы ихтирам итергә өйрәтә. Һүҙем башланғыс клас-тар уҡытыусыһы, атап әйткәндә, Хәлиҙә Лоҡман ҡыҙы Хәйбуллина тураһында.

Ул 1948 йылдың 26 сентябрендә Теләш ауылында донъяға килә. Ошо мәктәптә һигеҙ клас-ты тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1968 йылда Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыу-сыһы булып башлай. 1971-2003 йылдарҙа Теләш мәктәбендә эшләй. Ошо дәүер эсендә ул бик күп балаларҙы серле белем донъяһына илтә. Хәлиҙә Лоҡман ҡыҙы һәр бала, улар-ҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел таба белә. Шуға күрә балаларҙың оҙаҡ йылдар уҙғандан һуң да уның тураһында йылылыҡ һәм хөрмәт менән иҫкә алыуҙары һис тә ғәжәп түгел.

Ул дәрестәрен методик яҡтан дөрөҫ төҙөнө, уларҙы юғары ойошҡанлы кимәлдә үткәрҙе. Уҡыусыларҙа логик фекерләүҙе, үҙаллылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. Йыл һайын мәктәп, район кимәлендә асыҡ дәрестәр үткәрҙе һәм улар юғары баһаланды. 37 йыл ғүмерен кескәйҙәргә белем биреүгә бағышлаған Хәлиҙа Лоҡман ҡыҙы тырыш хеҙмәте өсөн “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” билдәһенә, БР Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә эшкә йүнәлтелгән ҡыҙ ошо ауылда буласаҡ тормош иптәше Мансур Сабир улын осрата. Улар-ҙың тормош юлы Теләш ауылында үтә. Дүрт баланы: Ләйлә, Гөлнара, Айгөл һәм Илнурҙы оло тормош юлына баҫтыралар. Тик тормош иптәше генә баҡыйлыҡҡа иртәрәк күсә. Хәҙер Хәлиҙә Лоҡман ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәренә өлгөлө һәм хәстәрле өләсәй булып, уларға ярҙам итеп йәшәй.

Хаҡлы ялда ла ул тик ултырмай. Ауылдың ветерандар советы секретары булып тора, “Әхирәттәр” ансамблендә ҡатнаша. Ҡул эштәре буйынса түңәрәк алып бара. Ул бик оҫта итеп төрлө сәскәләр, мендәр тыштары, шәлдәр бәйләргә өйрәтә. Ошо ҡул эштәре “Орнамент” тапшырыуында ла күр-һәтелде. Буш ваҡытында күпләп китап-журналдар уҡый, доғалар ятлай.

Сәғиҙә ДӘҮЛӘТШИНА,

ветеран-уҡытыусы.