Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
20 Сентябрь 2018, 14:06

Йылылыҡ һәм матурлыҡ һаҡсыһы

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, апайыбыҙ, ҡәртнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Луиза Ғәшир ҡыҙы Ғәйнанованы оло юбилейы – 70 йәше менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.

1948 йылдың 20 сентябрендә Мәсетле районының Мәләкәҫ ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә ҡәҙерле әсәйебеҙ. Һөйөклөбөҙҙө тыуған көнө менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Әсәйебеҙ һәр ваҡыт ғаилә усағын, ғаилә именлеген һаҡлаусы, ҡурсалаусы булды. Оҙаҡ йылдар башта мәктәптә эшләһә, һуңынан Оло Ыҡтамаҡ балалар шифаханаһында баш бухгалтер вазифаһын башҡарҙы. Әле хаҡлы ялда булһа ла, әсәйебеҙ – өйҙәге йылылыҡ һәм матурлыҡ һаҡсыһы, яратҡан ҡыҙҙарына, кейәүенә һөйөклө әсәй, ейәндәрен иркәләп, хәстәрләп тороусы ҡәртнәй, туғандарына оло терәк һәм таяныс. Уның сабырлығы, егәрлелеге беҙгә, балаларына, тормош ауырлыҡтарын еңергә, яңы үрҙәр яуларға этәргес көс бирҙе. Беҙ һинең менән ғорурланып йәшәйбеҙ.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, әсәйебеҙ, донъябыҙ һинең менән яҡты. Алсаҡлығыңа, тормоштан йәм табып йәшәй белеүеңә, көслө рухыңа һоҡланабыҙ. Оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын үҙеңә. Тыуған йортобоҙҙоң ҡото, йәме, терәге булып, иҫәнлектә-һаулыҡта, күңел тыныслығында оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине яратабыҙ!

Ҡотлау менән ҡыҙҙары Айгөл, Дилә, кейәүе Валерий, ейәндәре,

Өфө ҡалаһынан Ҡылысовтар, Закировтар, Абиловтар,

Белорет ҡалаһынан Ибраһимовтар, Мәскәү ҡалаһынан Бадрановтар.