Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
20 Сентябрь 2018, 16:05

Күңел йылыһын биреп эшләне

Балалар беҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына иҫтә ҡалдырһын өсөн күпме һөйөү, сабырлыҡ, хәстәрлек кәрәк. Уҡытыусы оҫталығының сере нәҡ шунда. Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең (лицейының) география һәм хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы Валентина Серебренникова – нәҡ шундайҙарҙың береһе.

Валентина Андреевна 1938 йылдың 24 сентябрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Атаһы– Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1946 йылда улар ғаиләһе менән Әләгәҙ ауылына күсә һәм Валентина Андреевна ундағы мәктәптә 1 - 7 кластарҙа уҡый, артабан белем алыуын Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә дауам итә. Ҡулына аттестат алғас, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлай. Оло улы Андрейға 3 йәш тулғанда, Красноуфимск педагогия училищеһына уҡыр-ға инә. 10 ай белем ала унда. Һуңынан Свердловск педагогия институтында ситтән тороп география факультетын тамамлай. Шул уҡ ваҡытта Әләгәҙ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә. Ирен Оло Ыҡтамаҡҡа күсергәс, Валентина Андреевна район үҙәгендә киске мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен алып бара.

Институтты тамамлағандан һуң көндөҙгө мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Ул ҡыҙҙарҙы төрлө ризыҡтар әҙерләргә, тегергә, сигергә, бәйләргә өйрәтә, этикет нигеҙҙәре бирә. Күп йылдар хеҙмәт кабинетын етәкләй һәм был бүлмә районда иң яҡшыларҙың береһе була.

Артабан Валерий Риза улы һәм Светлана Ишмөхәмәт ҡыҙы Исрафиловтар менән бер рәттән география дәрестәрен алып бара. Валентина Андреевна үҙ предметын бик яратты һәм яҡшы белде, шунлыҡтан балаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра алды. Ул ысын педагогтарға хас бөтә сифаттарға ла эйә: һәләтле, күңел йылыһына бай, аҡыллы, һиҙгер, сабыр, бөтмәҫ энергиялы.

Ул шулай уҡ иҫ китмәле класс етәксеһе ине. Валентина Андреевнаның өс сығарылыш класы уны ҙур һөйөү менән иҫкә ала. Үҙ йүнәлеше буйынса география түңәрәге алып барҙы. Уҡыу-сылары менән экскурсияларға, күп көнлөк походтарға йыш йөрөнөләр һәм данлыҡлы ҡалаларҙа булдылар: Волгоград, Ульяновск, Ҡазан, Свердловск, Көнгөр. Мәктәптә эшләгән йылдарында Валентина Серебренникова һәр ваҡыт йәмәғәт эштәре алып бара: 10 йылдан ашыу профком ағзаһы була, күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни саралар алып бара. Ул мәктәптә 43 йыл эшләне һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур исемдәр алманы. Ябай, яҡшы, изге күңелле уҡытыусы булды, коллегалары, уҡыусылары араһында абруй ҡаҙанды.

Валентина Андреевна ысын оҫтабикә: ул һәләтле кулинар, шәп тегенсе, сигеү, макраме оҫтаһы, бәйләнгән ашъяулыҡтары, салфеткалары, кофталары, костюмдары иҫ китмәле матур.

Тағы ла ул – һоҡланғыс әсә: ғәзиз кешеләре өсөн өҙөлөп торған өс улы бар.

Валентина Андреевна бер нисә йыл мәктәп музейын етәкләне, Оло Ыҡтамаҡ хеҙмәт коммунаһы тураһында мәғлүмәттәр йыйҙы. Инде күп йылдар ул хаҡлы ялда, әммә яратҡан эштәре менән шөғөлләнеп, бөгөн дә әүҙем булып ҡала.

Ҡотло булһын матур юбилейың,

Юлдарыңа ынйы һибелһен.

Тормошоңдоң атҡан алһыу таңы

Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй ,

Йәшәү дәрте булһын күңелдә.

Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар

Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!

Валентина Чебыкина,

мәктәп музейы етәксеһе.