Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
19 Сентябрь 2018, 14:06

90 – хөрмәтле йәш!

Ветерандарҙы ғүмерҙәрендәге әһәмиәтле даталары менән тәбрикләү районда яҡшы традицияға әүерелде. Туҡһан йәш – бик мөһим ваҡиға, сөнки шундай оло йәште һәр кемгә лә ҡаршы алырға яҙмаған.

Ҡояшлы көн, 13 сентябрҙә, Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Елена Ковина үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Оҙон ғүмерле инәйгә хөрмәт белдереп, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов килде. Ул юбилярға һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, иртәгәһе көнгә ышаныс, оҙон ғүмер теләне. Бынан тыш, юбилярға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың исемле ҡотлауын тапшырҙылар.

Әйтергә кәрәк, шундай ҙур датаһын байрам итеүсе кеше легенда булырға лайыҡ. Хатта уның танылған булыу-булмауы йәки батырлыҡ эшләү-эшләмәүе лә мөһим түгел. Уның ғәҙәти хеҙмәт көндәре лә, һуғыш тарафынан яндырылған көндәре лә, күҙ йәштәре лә булған шундай оло һәм шундай ҡатмарлы ғүмер кисереүе лә етә. Елена Николаевна бай йөкмәткеле тормош юлы үткән. Уның эшсәнлеген һәм эшкә яуаплы мөнәсәбәтен ауылдаштары хәтерләй һәм ихтирам итә.

–Хәтерләүемсә, һәр ваҡыт күп эшләнем, – ти өлкән ҡатын үҙе тураһында. Был дөрөҫ тә! Е. Ковина 1948 йылдан алып эшләй башлаған.

Беҙҙең һәр беребеҙгә өлкән быуындан Ватанға ҡарата һөйөүгә, берҙәмлеккә, әхлаҡлылыҡҡа һәм бурысыңа тоғролоҡҡа өйрәнергә кәрәк.

Бөгөн Елена Николаевна үҙен бик яҡшы тоя, элеккесә көс-дәрте ташып тора, ә шулай булырға уға балалары ярҙам итә. Юбиляр хаҡлы наградалары менән генә түгел, ә ҙур, татыу ғаиләһе менән дә бай. Уның “арсеналында” ике балаһы, ун бер ейән-ейәнсәре, ун ике бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Уға туғандары һәм яҡындарының һәр ваҡыт эргәһендә булыуын, хәстәрлек һәм иғтибар-ҙары менән иркәләүҙәрен теләйһе генә ҡала.

–Мин иң бәхетле кеше. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла шундай уҡ оҙон һәм ҡыҙыҡлы ғүмер кисерергә насип итһен, – тип теләктәрен еткерҙе юбиляр.

Адель ҒАФФАРОВА.