Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
7 Сентябрь 2018, 12:07

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн!

Матур көҙ айының 10 сентябренда Мәсетле районы Ясин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле инәйебеҙ, ҡәйнәм, әңкәйебеҙ Кәримова Фәнгизә Тимербай ҡыҙына 50 йәш тула. Һине ошо байрамың – алтын юбилейың менән барыбыҙ ҙа бергә йыйылышып ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле инәйебеҙ! Бөгөн һинең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә яҡты, илаһи бер байрам. Ер йөҙөндә инәйҙән дә яҡын, инәй-ҙән дә оло йәнле кеше юҡтыр. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман индереүсе инәй. Беҙ ауырып ятҡанда, күкрәгеңә ҡыҫып, «йән емешем, балам», тиеп, йоҡламайса, көндәрҙе төндәргә ялғаусы инәйебеҙ! Һин булмаһаң, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек, йәшәүебеҙҙең йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Ағас нәҫеле ер үтә инә, әҙәм нәҫеле ил үтә инә. Һин илеңә, иреңә йәшәйеш сығанағы булып, беҙгә, балаларыңа йән өргәнһең, күкрәк һөтө менән аҡыл, иман биргәнһең. Аллаһының мең рәхмәте яуһын һиңә беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн, ҡәҙерле инәйебеҙ!

Аҡыллы ла, урыны менән шаян да, ҡай саҡ уҫал да инәйебеҙ беҙгә һәр яҡлап та өлгө булып тора һәм үҙ өлгөһөндә шул аҡылды беҙгә лә өйрәтә. Ни генә булмаһын, уның йөҙө көләс, күңеле киң. Бер кемгә лә ҡаршы ауыр һүҙ әйтмәҫ, эске донъяһы ла уның бик бай, алға ынтылып, дәртләнеп йәшәй!

Инәйебеҙ Яңы Мишәр ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Тырыш, егәрле, намыҫлы булғаны өсөн уны эшендә лә яраталар, хөрмәт итәләр.

Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше үҙе яһай. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, тормош иптәшеңә, балаларыңа өлөш сығарҙың. 50 йыл эсендә Хоҙай биргән ғүмереңдә күпме ауырлыҡтар кисергәнһеңдер, әммә һынмағанһың, һығылмағанһың, ә береһенән-береһе тырыш балалар үҫтереп, хәҙер шуларҙың уртаһында балҡып ултыраһың. Хоҙай Тәғәлә һинең шул бәхеттәреңә өҫтәп сәләмәтлек бирһен. Ә сәләмәтлек – ул оҙон ғүмер, шатлыҡ, мөхәббәт. Ҡәҙерле инәйебеҙ, ҡәйнәм, әңкәйебеҙ! Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп биреү мөмкин түгелдер. Үҫтер-ҙең, кеше иттең, барыбыҙҙан да мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Беҙгә, яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың, һөйөүең үҙеңә лә изгелектәр, ҡәҙер-хөрмәт булып ҡайтһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә – бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бир-һен, рәхим-шәфҡәтенән, сәләмәтлектән айырмаһын!

Күҙҙәреңдә балҡый шатлыҡ нуры,

Йөҙөң дә бит нурға күмелгән.

Көтөп алған юбилейың менән, инәй,

Ҡотлайбыҙ һине ихлас күңелдән!

Ҡотло булһын, инәй, тыуған көнөң,

Матур булып атһын таңдарың.

Рәхәт йәшә, изгелеге төшһөн

Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!

Иң изге теләктәр менән улдарың Фидан, Айгизәр, Илгизәр, киленең Зәлиә, ейәнсәрҙәрең Азалия һәм Әмилә.