Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
31 Август 2018, 18:09

Ғүмерен үҙ еренә бағышлаған

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Тәлғәт Нәҡип улы Сәлимов 27 августа 65 йәшлек юбилейын билдәләне.

Тәлғәт Сәлимов 1953 йылда Яңы Мөслим ауылында тыуған. Шул ерҙә үҫкән, крәҫтиән хеҙмәтенең әсеһен-сөсөһөн ошо ерҙә татыған. Ата-әсәләре балаларын иркәләтеп боҙмай, кесе йәштән үк эшкә өйрәтеп үҫтерә. 1971 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан ауыл хужалығы техникумында белем ала.

Хеҙмәт юлын үҙ ауылындағы Жданов исемендәге колхозда төрлө эштәр башҡарыу-сы булып башлай. Кем генә булып эшләмәй ул?! Агроном-орлоҡсо, баш экономист, колхоз рәйесе урынбаҫары. Свердловск ҡалаһындағы юғары партия мәктәбен тамамлағас, КПСС-тың район комитетында ойоштороу бүлеге инструкторы вазифаһын биләй. 1990–1995 йылдарҙа РСФСР Финанстар министрлығының Мәсетле районы буйынса КРУ-һында баш контролер-ревизор була. 1995 йылда “Маяҡ” колхозына баш бухгалтер итеп алына.

Билдәле музыкант, шағир, конструктор булыу һәләте һәр кемгә бирелмәгән кеүек, хужаларса ысын етәксе булыу ҙа һәр кемдең хәленән килмәй. Үҙеңдә ул һәләтте аса белергә, һуңынан юғарыға күтәрелеп, бар көсөң һәм ысулдар менән уны йәмғиәт файҙаһына һаҡларға кәрәк. Ошо етәкселек итеү һәләтен иҫәпкә алып, 1995 йылда Тәлғәт Сәлимовты “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү комплексы рәйесе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Артабан хужалыҡ “Мөслим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Хаҡлы ялға ул “Мөслим” ЯСЙ-һы етәксеһе вазифаһынан сыға.

Тыныс, сабыр, яуаплы кеше Тәлғәт Нәҡип улы үҙе тураһында һөйләргә яратмай. “Һалым сәйәсәте арҡаһында колхоздарҙы һаҡлап ҡала алманыҡ, – ти ул. – Ә бит халыҡҡа эш урындары бар ине. Планды ла үтәп килдек”.

Ҡатыны Рәилә менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Рәилә апай һатыусы, бухгалтер хеҙмәтен һайлаған. Етәксе ҡатыны булыу еңел түгел. Сабырлыҡ һәм төплө аҡыл талап ителә. Ғаилә усағы һүнмәһен өсөн бер-береңә ышанырға кәрәк. Тоғролоҡ һәм ышаныс һаҡлап килә, балҡытып тота оҙаҡ йылдар уларҙың ғаилә усағын. Ҡыҙҙары Фәнилә “Юриспруденция” һөнәре буйынса Баш-ҡорт дәүләт университетын һәм БДПУ-ның педагогика факультетын тамамлаған. Резеда ҡыҙҙары шулай уҡ БДУ-ның юридик факультетын, БДПУ-ның филология факультетын тамамлаған.

Тәлғәт Нәҡип улы агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлыҡтары почет грамоталары, Баш-ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнгән. 2003 йылда БР Президентынан Рәхмәт хаты алды, ә 2009 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.