Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
23 Август 2018, 19:15

Бай тарихлы ырыуҙың маҡтаулы улы

“Шәжәрә” ғәрәп теленән тәржемә иткәндә ағас тигәнде аңлата. Ысынлап та, кешеләрҙең шәжәрәһе тамырҙарын киң йәйелдергән ағасҡа оҡшаған: бер кешенән бик күп вариҫтар тыуа. Борондан уҡ башҡорт халҡы үҙенең ете быуынына тиклем белергә тейеш булған.

Совет ваҡытында был яҡшы йола онотолоп торҙо. Хәҙер халыҡ үҙенең үткәне менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы һәм шәжәрәләр яңынан тергеҙелә. Ревизия мәғлүмәттәре (халыҡ исемлеге, унда йорт хужаһының исеме, атаһының исеме, фамилияһы, йәше, ғаилә ағзаларының исеме, йәше күрһәтелгән) аша халыҡ 3-4 быуын туғандары тураһында белә ала. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабында армияла хеҙмәт иткән, һуғышта ҡатнашҡан ирҙәр тураһында тарихи мәғлүмәт алырға мөмкин. XVII-XIX быуаттарҙа йәшәгән ғаиләләр тура-һында 1917 йылғы исемлек тә мәғлүмәт сығанағы булып тора.

1926 йылға тиклем башҡорт һәм татарҙарҙа фамилия итеп аталарының исемдәре алына, ә инде 1926 йылдан һуң аталарының исемдәре айырым күрһәтелә башлай. Ҡайһы бер ғаиләләр аталарының исемен фамилия итеп алһа, икенселәре – 3-4 быуын алдан булған олаталарыныҡын. Миҫал өсөн район типографияһының элекке директоры, хеҙмәт ветераны Мәҡсүт Шәйәхмәт улы Бикембәтовтың шәжәрәһен алайыҡ. Ул оҙаҡ ваҡыт үҙенең фамилияһына бәйле мәғлүмәттәрҙе асыҡлай алманы. Шәжәрә ағасын төҙөгәс кенә фамилияһының бик күптән йәшәгән ата-бабаларынан килеп сыҡҡанын асыҡланы. Шәйәхмәт Йәрмөхәмәт улына “кулак”мөһөрө тағалар. Бикембәт ырыуынан тағы ла 23 йәшлек Абсадир Нафиҡовҡа (5 ат), 58 йәшлек Нафиҡ Солтангәрәй-евҡа (4 ат), 58 йәшлек Ҡәйүм Абдулхалиповҡа (дини кеше, мәҙрәсәһе була, 20 ат), 30 йәшлек Йәрмөхәмәт Дусмөхәмәтовҡа (7 ат) “кулак” мөһөрө тағалар.

Шәйәхмәт 1911 йылда тыуған. Колхоз төҙөгәндә уға 18 йәш кенә була. Уның оло улы Мәҡсүт 1938 йылда тыуа, икенсеһе – 1945-тә, өсөнсө улы Шатморат 1953 йылда тыуған. Балаларын кулак вариҫтары тип атамаһындар өсөн Шәйәхмәткә фамилия итеп 168 йыл элек йәшәгән ата-бабаһының исемен алырға тура килә.

Бикембәтовтарҙың шәжәрә ағасы: Мөҡсин-Теләпәй(1731 йылғы) – Бикембәт(1770-1836) – Бикмөхәмәт (1792-1836) – Дусмөхәмәт (1859 йылғы, 25 йәшендә үлгән) – Йәрмөхәмәт (1887) – Шәйәхмәт (1911 йыл-ғы) – Мәҡсүт (1938 йылда тыу-ған). Шулай итеп Бикембәтовтар фамилияһы 168 йылдан һуң әйләнеп ҡайта.

Ғаиләнең тарихы нимә тураһында һөйләй? Бикембәтовтарҙың уңған, тырыш ырыуы бик ауыр ваҡыттарҙа ла ғаиләһен һаҡлап ҡала алған.

Ошо ырыуҙан сыҡҡан хөрмәтле Мәҡсүт Бикембәтовҡа бөгөн 80 йәш тулды. Ул Һөләймән ауылында тыуған. Полиграфист. 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды, “СССР-ҙың матбуғат алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. Уның тормош юлы тиҫтерҙәренеке кеүек ябай, шул уҡ ваҡытта өлгөлө лә. Мәҡсүт Бикембәтов Һөләймән башланғыс мәктәбен тамамлаған. Артабан Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә белем алған. Өфөләге профтехучилищены тамамлаған. 1956-1957 йылдарҙа Омск ҡалаһының нефть эшкәртеү заводында экскаватор машинисы булып эшләй. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, 1957-1961 йылдарҙа Нуриманов исемендәге колхозда хисапсы, комсомол ойошмаһы секретары була. ВЛКСМ район комитетында инструктор була. 1961 йылда “Мәсәғүт” совхозын-да комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар. Ә инде 1963 йылда “Коммунист” район гәзите редакцияһына фотокорреспондент итеп эшкә саҡыралар. 1965 йылда Мәҡсүт Шәйәхмәт улы Мәсетле район типографияһы директоры итеп тәғәйенләнә һәм уның менән 37 йыл етәкселек итә. 1981 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Хөрмәтле хеҙмәт ветеранына юбилейы уңайынан оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Марат ҒАФАРОВ.