Беҙҙең ауылда ла бар шундай кешеләр. Ул 1933 йылдың 20 авгусында Теләш ауылында тыуған. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Бала саҡ һуғыш йылдарына тура килә. 1-се класты бөтөрөүгә, атаһы һуғышҡа китә һәм әйләнеп ҡайта алмай, һәләк була. 1-се һәм 2-се кластарҙа уҡыу алдынғыһы булған өсөн ҡыҙҙы райондағы лагерға ял итергә ебәрәләр. Теләш мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, уҡыуын Яңыбай мәктәбендә дауам итә. Ауылдан иптәштәре лә була: Гөлсимә Әфләтунова, Рәхимйән Ҡазыев, Вәдиға Ниғәмәтйәнова.
Мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына имтиханһыҙ уҡыр- ға инә. Үкенескә, бер йылдан уҡыуҙы ташларға тура килә. “Әле һаман иҫемдә: аяҡта –киндраҡ, йәй – сабата, ул да алыҫ юлға сыҙамай ине, юлда ташлап китергә тура килде,– тип һөйләй Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы. – РОНО мине Ҡорғат ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә биология, химия һәм математика фәндәрен уҡытырға ебәрҙе. Унда 3 йыл уҡытҡандан һуң, Теләш мәктәбенә күстем. Биш йыл башланғыс кластарҙа уҡыттым. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетындағы биология һәм химия факультетын тамамланым. Бөтәһе 35 йыл педстаж йыйылған да ҡуйған. 85-се йәшемдә, үткәндәрҙе иҫкә алып, хайран ҡалып ултырам”.
1959 йылда Теләш ауылы егете Миҙхәт Мөжипов менән донъя көтә башлайҙар. Рафадик исемле улдары тыуа. Ул нефть техникумын тамамлай. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры була, 1989 йылда – Башҡортостан чемпионы. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй.
Уҡытыу-тәрбиә эшенә килгәндә, уның турала тик яҡшы эштәрен генә иҫкә алабыҙ. Беренсе класс уҡыусыларын мәктәптә тәүге тапҡыр ҡаршы алғас, Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы 10 класты тамамлағансы уларҙың класс етәксеһе була. Осрашыу кисәләрендә уҡыусылар мәктәп йылдарын һағынып, күңел йылылығы менән иҫкә ала. Мәктәп яны баҡсаһы уның эшләгән дәүерендә гел беренсе урындар-ҙа була.Үҙенең фәнен яратып, бөтә йөрәге менән балаларға белем бирҙе. Элек уҡытыу ике сменала барҙы, шуның өсөн күп өҫтәмә дәрестәр, консультациялар үткәрелде. Химия фәне буйынса район, хатта республика олимпиадаларында уңышлы ҡатнаштылар. Күп уҡыусылар уның фәндәре буйынса эшләп йөрөйҙәр, уҡытыусыларын онотмайҙар.
Ситдиха Ғәзиз ҡыҙының йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан осраҡтары һанап бөтөргөһөҙ. Сәхнәлә йырсы ла булды. Хәҙерге ваҡытта хеҙмәттәштәре, ауылдаштары менән бәйләнеш тота. Әле ул, үҙ аллы уҡып, дин юлында, аяттар уҡый. Юбилей көнөндә уға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләгем килә!