Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
9 Август 2018, 16:40

Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы, хәтерләйек алыҫ үткәнде…

Бөтөнләй алыҫ та түгел кеүек ул үткәндәр. Әле кисәгеләй генә күҙ алдында тора.

Бына ишле ғаиләбеҙ менән күмәкләп аҡ ҡайындар араһындағы йәмле аҡланда бесән сабабыҙ. Иң алдан киң ҡолас ташлап әтейем төштө. Эй рәхәтләнеп саба ул бесәнде! Уға был эш һис ауыр түгел һымаҡ, салғыһы үҙен нисектер тыңлап ҡына тор-ғандай. Беҙ, әле яңы ғына ҡулға салғы алған балалар, унан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ ҙа ул, тик бик үк килеп сыҡмай: йә үлән йығылып ятып ҡала, йә салғы үтмәгәндәй тойола. Нишләп үтмәһен инде ул: әтейем бит яҡшылап янып биргән. “Бына шулайыраҡ итеп тотоғоҙ салғығыҙҙы. Үләндең тәүге рәтен сабып сыҡҡас, уны кирегә ҡайтарып сығырға кәрәк”, – тип аңлата әтейем. Беҙҙең дә эштәр яйланып киткәс, артыбыҙҙан буй-буй булып сабыл-ған үлән ятып ҡала. Аҡҡа алһыу сәскәләр төшөрөлгән күлдәген кейәгән инәйем шул арала, яҡшы ғына бер урынды һайлап, усаҡ яғып ебәрә, бер аҙҙан беҙҙе сәй янына саҡыра. Их, тәмле лә һуң яландағы мәтрүшкәле сәй! Рәхәтләнеп ял итеп алғандан һуң яңынан эшкә тотонабыҙ. Күмәк кешегә эш сыҙаймы ни инде! “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй”, – тип, әтейем дәртләндереп ебәрә. Шулай икән ул. Бер-ике көндән бесәнде йыйып, кәбәндәр өйөп ҡуябыҙ. Ҡайһылай оҫта итеп һала уларҙы әтейем: сабылған аҡланда көҙ яҡынлашыуын иҫкәртеп, матур булып теҙелешеп ултыралар.

Бына салт ҡояшлы алтын көҙ ҙә яҡынлашты. Көҙ беҙҙең ғаилә өсөн икенсе йылға аяҡ баҫҡанды аңлата. Беҙ, мәктәптә уҡыған өс бала, ауылда ҡалһаҡ, ситтә уҡып йөрөгән апайым менән ағайым юлға сыға. Ә инәйем менән әтейем өсөн был осор бөтөнләй яуаплы, сөнки икеһе лә мәктәптә уҡыта. Мин мәктәпкә бигерәк тә әтейем менән йөрөргә ярата инем: ул барып еткәнсе портфелемде күтәреп бара. Бер үк ваҡытта рәхәт тә, бер аҙ ҡыйыныраҡ та атай-әсәйең мәктәптә эшләһә: башҡалар кеүек дәрестән ҡасырға, өйгә эште эшләмәй барырға ярамай – уңайһыҙ хәлгә ҡалдырып булмай ҙа инде ғәзиз кешеләреңде. Талаптар ҙа башҡасараҡ кеүек, ә, бәлки, шулай тойолғандыр кескәй балаға.

Мәктәптән ҡайтып, күмәк-ләшеп йыйылып китһәк, үҙе бер ҡыуаныс. Инәйем өҫтәл әҙерләй, беҙ сыр-сыу килеп шаярабыҙ. Ялға Мәсәғүттә педучилищела уҡыған апайым ҡайта, ҡайһы ваҡыт иптәш ҡыҙҙарын да алып ҡайта үҙе менән. Ҡунаҡ тигәндән, улар беҙҙең өйҙән өҙөлмәне: йәй еттеме, ике яҡлап та туғандар килә. Инәйем һәр береһенә яҡты йөҙ күрһәтә. Хатта бөтөнләй ят кешеләргә ҡарата ла ихлас. Ул ваҡыттар-ҙа төп автомобиль юлы ауыл эсенән үтә ине. Нисектер шулай һалҡын ҡышҡы кистәр-ҙең береһендә күпер эргәһендә (ә беҙ уның янында ғына йәшәйбеҙ) үтеп барған йөк машинаһының йөгө ауған. Уның водителе менән хужаһы йөктө ҡалдырып китә алмағанлыҡтан, машиналарында ярҙам килгәнен көтәләр ине. Оҙон юлда йөрөгән был кешеләрҙе йәлләп, инәйем уларҙы өйгә саҡырҙы. Бөтөнләй ят кешеләр тәмле аш ашап, өйҙә йылынып, ярҙам килгәнен көтөп алды. Ә инде икенсе тапҡыр, юлдары төшкәндә, күстәнәстәр тотоп үҙҙәре килде. Инәйем менән әтейемә рәхмәт белдереүҙәре шул булғандыр инде.

Бына шулай үҙ өлгөләрендә тәрбиәләп үҫтерҙе беҙҙе һөйөклө инәйебеҙ менән әтейебеҙ. Уларҙың биргән тормош һабаҡтары тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, лайыҡлы хеҙмәт итергә мөмкинлек бирҙе. Оло апайыбыҙ Зөбәржәт бөгөн Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә уҡыта. Зөләйха апайым егерме йылға яҡын район үҙәгендәге “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, 2016 йылда райондың”Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында еңеүсе булды. Кесе туғаныбыҙ Айбулат Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Мин инде 17 йыл матбуғат өлкәһендә хеҙмәт итәм.

Ләмәҙтамаҡ ауылында ғүмер итеүсе инәйем Венера Мөхәмәтрәхим ҡыҙы менән әтейем Фрат Нуриәхмәт улы Ғатауллиндар бөгөн бәхетле ата-әсә, хөрмәтле ҡәйнә-ҡайны, яратҡан өләсәй-олатай булып алтын туйҙарын ҡаршылай. Август айында биш балаһы, килен-кейәүҙәре, 10 ейән-ейәнсәре уларҙы ҡотларға тип тыуған йортҡа йыйылабыҙ. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ, оло сабырлығығыҙ, изге йөрәгегеҙ, әле бөгөн дә беҙ тип янып йәшәгәнегеҙ өсөн.

Йылдар сылбырынан ғүмер теҙеп,

Берсә тынып, берсә ҡабалан.

Һиҙҙермәйсә алыҫ араларға

Алып китә икән был заман.

Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы,

Хәтерләйек алыҫ үткәнде.

Ғүмер юлын тәүге мөхәббәттән

Алтын туйға килеп еткәнде.

Зөһрә Ғәниева-Ғатауллина.