Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
27 Июль 2018, 12:19

Ер йөҙөндә иң яҡшыһы – әсәй!

Ер шарында яҡшы һәм изге йөрәкле кешеләр аҙ түгел. Шулай ҙа барыһынан да яҡшыһы – минең әсәйем.

1963 йылдың 24 июлендә Яңы Мөслим ауылында Ғималетдиновтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып беҙҙең әсәйебеҙ Зөлфиә Фәйдрахман ҡыҙы донъяға килә. Ул ике ағаһы араһында һөйкөмлө, мөләйем, сабыр ҡыҙ булып үҫә. Яңы Мөслим урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетына уҡырға инә. Уны 1982 йылда тамамлағандан һуң, Дыуан районы Мәсәғүт ауылына һыҙым һәм рәсем уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Ике йыл үткәс, уны тыуған яҡтарына тарта башлай. Зөлфиә Фәйдрахман ҡыҙын эш һөйөүсәнлеге һәм тырыш хеҙмәте өсөн Мәсәғүт мәктәбенән ебәргеләре килмәй. Шулай ҙа ул тыуған ауылына ҡайта һәм Яңы Мөслим урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Әсәйебеҙ ярат-ҡан мәктәбендә бына инде 36 йыл дауамында эшләй, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй балаларға белем бирә.

Эйе, ысынлап та, Ер йөҙөндә иң яҡшыһы – минең әсәйем. Мәрхәмәтле, намыҫлы һәм һөйкөмлө кеше ул. Мәсетле районында ғына түгел, ә уның сиктәрендә лә, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә минең әсәйемде күптәр белә һәм уларҙың барыһы ла тәжрибәле педагогка намыҫлылыҡ, эш һөйөүсәнлек, тыйнаҡлыҡ һәм эскер-һеҙлек кеүек сифаттар хас булыуы менән риза.

Уның уҡыусылары федераль, төбәк, район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға өлгәшә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда өс уҡыусыһы –Рәсәй, 10 уҡыусыһы –республика, 24 уҡыусыһы район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, грамоталар менән бүләкләнә. Яңы Мөслим ауылында үткәрелгән бер район семинары ла Зөлфиә Ғарифуллинаның асыҡ дәрестәренән тыш үтмәй.

Өлгөлө хеҙмәтенән тыш, әсәйебеҙ иҫ киткес хужабикә лә. Уның өйөндә һәр ваҡыт тәртип, бөхтәлек. Атайыбыҙ Фәнил менән 35 йыл дауамында ғәжәйеп ғаилә усағы булдырҙылар. Ике балаға – миңә һәм ағайым Рудикка – ғүмер бирҙеләр. Беҙҙе лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерҙеләр, юғары белем алырға ярҙам иттеләр һәм әле лә булышып торалар. Бөгөн икебеҙҙең дә үҙ ғаиләләре бар. Зөлфиә Фәйдрахман ҡыҙының һоҡлан-ғыс өс ейәнсәре үҫеп килә.

Әсәйем тураһында бик оҙаҡ һәм күп һөйләй алам. Беҙ, туғандары һәм яҡындары, уны ысын күңелдән тыу-ған көнө менән ҡотлайбыҙ. Уның киләсәктә лә дәртле, аҡыллы, сибәр булып ҡалыуын теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ! Ә йылдар… ни бары һандар ғына.

Әсәйем ҡәҙерлем,

Һин минең бер генәм.

Ал нурлы ҡояшым,

Наҙлаған ел генәм.

Рәхмәтлемен әсәй,

Мин һиңә ғүмергә!

Йәм өҫтәп йәшәрмен

Мин дә гел был ергә.

Сәскәләй матурһың,

Аҡ көндәй яҡтыһың.

Өйгә йәм-ғәм биреп,

Йондоҙҙай балҡыйһың.

Ҡыҙың Рида.