Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
24 Июль 2018, 12:16

Тормош тәжрибәһе байрамы

26 июлдә хөрмәтле уҡытыусы, хәстәрлекле ҡатын, әсәй-өләсәй, ҡарт өләсәй Галина Григорьевна Максимова етмеш йәшлек юбилейын билдәләй.

Был көндө Кесе Ыҡтамаҡ ауылының Кетовтар ғаиләһендә игеҙәктәр Галина менән Валентина тыуа. Ҡыҙҙар үҫеп еткәс, улар алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе тормай: әсәләре уҡытыусы булғас, улар ҙа шул юлдан китергә ҡарар итә. 8-се класты тамамлағандан һуң икеһе лә Красноуфимск педучилищеһына уҡырға инә. Унда башлан-ғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләйҙәр, шулай ҙа дүртенсе курста юғары кластарҙа уҡытыу өсөн махсуслашыу үтеү мөмкинлеге була. Ике ҡыҙ ҙа математиканы һайлай. Галина Григорьевна бүленеш буйынса Ржев районының Фирсово ауылы мәктәбенә эләгә. Унда ике йыл эшләгәндән һуң Реж ҡалаһының 5-се мәктәбенә күсә. Бында балаларҙы дүрт йыл уҡыта. Ул Свердловск ҡалаһының 35-се мәктәбендә лә эшләп өлгөрә. Уҡытыусының хеҙмәт стажы – 37 йыл.

Йылдар үтеү менән тәжрибәгә, оҫталыҡа эйә белгес тотошлайы менән эшкә бирелә. Талапсан, ҡаты була. Уҡыусыларын һәр ваҡыт исемдәре менән атай. Контроль эштәрҙе шунда уҡ тикшерер була. Әгәр уҡыусы ниҙелер аңламаған икән, уға теманы өҫтөмә дәрес- тәрҙә аңлата. “Беҙҙең быуын уҡытыусыларының насар уҡыусылары булманы. Ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, өйрәтергә кәрәк ине”, – ти ул.

Һәр бер баланан, барыһынан да элек, ысын кеше үҫһен өсөн, Галина Григорьевна уларҙы изгелекле эштәргә илһамландыра. Бөйөк Ватан һуғышындағы бөйөк ҡаһарманлыҡтары өсөн үҙ халҡына ҡарата ғорурлыҡ хисе, туған телдәренә ихтирам, үҙ еренә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылары менән Мәскәү, Өфө ҡалаларында була. Бер ваҡыт велосипедтарҙа Әләгәҙгә походҡа баралар.

Галина Григорьевна, балалар теләһә ҡайһы ваҡытта ла бер үк, күп нәмә ата-әсәләрҙән тора, тип иҫәпләй.

Уның уҡыусылары араһында: физика фәндәре кандидаты Рөстәм Хәкимов. Хәҙер Өфөлә оборона заводында эшләй. Татьяна Худякова яҡшы уҡыусы була. Үҙ ваҡытында ул Свердловск халыҡ хужалығы институтын тамамлаған. Хәҙер Екатеринбургта баш иҡтисадсы булып эшләй. Күп уҡыусылары уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улар Кесе Ыҡтамаҡ мәктәбендә, Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡыта. Элекке уҡыусылары шылтыратып, байрамдар менән ҡотлап тора.

Өс йыл ул ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Биш йыл Кесе Ыҡтамаҡ мәктәбен етәкләй. Мәктәп директорына ауырға тура килә: һигеҙ йыллыҡ мәктәп бинаһы ағастан була, мейес яғып йылытыла. Мәктәпте ваҡытында утын менән тәьмин итеп торорға кәрәк була. Галина Григорьевна барыһын ла булдыра. Бөтә мәсьәләләр ҙә коллектив менән бергә хәл ителә.

Эшендәге уңыштары өсөн хөрмәтле ветеран бихисап наградаларға лайыҡ. Шуларҙың береһе – БАССР Мәғариф министрлығы грамотаһы. 1992 йылда РОНО тикшереүе һөҙөмтәләре бьуйынса “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы”, 2002 йылда “Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәрен ала.

Ире Виктор Семенович та Кесе Ыҡтамаҡтан. Ул инженер, шунан партком секретары булып хеҙмәт иткән, пенсияға Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһынан сыҡҡан. Ире менән яҡшы – дуҫ, татыу йәшәйҙәр, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Икеһе лә Миәс ҡалаһында йәшәй. Өлкәне Людмила медучилище тамамлаған, әле Миәс ҡалаһында медицина диагностикаһы өлкәһендә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Кесе ҡыҙҙары Татьяна ла шунда йәшәй һәм эшләй. Ул БДУ-ның география факультетын тамамлаған. Хәҙер – Миәс Тимер-бетон изделиелары заводы менеджеры. Ике ҡыҙҙары ла ата-әсәләре өмөтөн аҡлаған. Галина Григорьевнаның ике ейәнсәре һәм бер бүләһе бар. Әлеге мәлдә уларҙа ейәнсәрҙәре Маша ҡунаҡта, хужалыҡ буйынса ярҙам итә.

Юбилей – ғүмеренең теге йәки был сигенә яҡынлашҡан һәр кемде тулҡынланырға мәжбүр итеүсе түңәрәк дата. Ул бик бай тормош тәжрибәһе байрамы. Галина Григорьевнаның тәрән аҡылы һәм күңел йылыһы уның эргәһендәгеләрҙе әле бик оҙаҡ һөйөндөрһөн.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.