Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
24 Июль 2018, 12:19

Тәрән аҡыллылығы һәм таланты менән һоҡландыра

Иртәгә Теләш ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны Люциә Закирйәнова 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Хеҙмәттәре өсөн ул “БР Халыҡ мәғарифы отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәһенә лайыҡ булған, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты почет грамоталары менән бүләкләнгән.

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына уның тураһында хаттар килде.

Бына нимә тип яҙа Теләш мәктәбенең ветеран уҡытыусыһы Сәғиҙә Ҡотләхмәтова:

“Люциә Закирйәнова 1948 йылдың 25 июлендә ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Теләш мәктәбенең өлкән пионервожатыйы булып эшләй. 1969 – 1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ пединститутында белем ала. Артабан ВЛКСМ район комитетының мәктәп бүлексәһе мөдире булып хеҙмәт итә. Оҙаҡламай талантлы, дәртле Люциә Ғәни ҡыҙын Теләш урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 12 йыл дауамында етәксе булып, ул ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһы төҙөүгә күп көсөн һәм ваҡытын бирә, Ҡорғат ауыл советы балаларын интернат менән тәьмин итә, йәйге хеҙмәт лагерҙары, оҙайтылған көн төркөмдәре ойоштора, мәктәп музейы эшен яйға һала.

Ысын мәғәнәһендәге уҡытыусы бер үк ваҡытта йәмәғәт эштәре лә алып бара: оҙаҡ йылдар район башҡорт мәктәптәре рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була, “Коммунист” колхозы комсомолдары һәм йәштәре араһында сәйәси уҡыуҙар уҙғара, район энциклопедияһының ике баҫмаһын сығарыуҙа ярҙам күрһәтә, мәктәп тормошо, тыу-ған яғының арҙаҡлы кешеләре тураһындағы мәҡәләләре район гәзитендә баҫыла. Ростов ауыл биләмәһе депутаты итеп һайлана.

Хаҡлы ялда булһа ла, педагогик хеҙмәт ветераны ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, мәсет асыу, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса инициаторҙарҙың береһе булды.

Люциә Ғәни ҡыҙы шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы художестволы үҙешмәкәрлеккә йөрөй, мандолина һәм ҡумыҙ кеүек халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай. “Әхирәттәр” ансамбле составында ике тап-ҡыр республика ҡумыҙсылар конкурсында ҡатнашты”.
Теләш мәктәбен тамамлаусы Гөлнара Хәтмуллинаның хәтирәләренән:

“Ночевала тучка золотая”. Люциә Ғәни ҡыҙы миңә тапшырған тәүге китап тап шулай атала ине. Анатолий Приставкиндың һуғыш тарафынан һындырылған балалар яҙмышы тураһындағы повесы. Артабан Пастернак, Быков, Гумилев, Ахматова булды. Был авторҙар мәктәп программаһынан тыш ине, ләкин минең әҙәби остазым заман менән бергә атланы һәм яңылыҡтар менән таныштырҙы, әҫәрҙе рецензияларға, анализларға өйрәтте. Бына шулай итеп мин әҙәбиәт донъяһына сумдым һәм бөгөн үҙемдең тәүге хикәйәләремде һынап ҡарайым.

Люциә Ғәни ҡыҙында мин мәктәпте тамамлар алдынан ни бары бер нисә ай ғына уҡып ҡалдым. Хатта шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ул тәрән белем менән генә түгел, ә уҡытыу һәм тәрбиәләү ысулы менән таң ҡалдыра алды. Беҙ, үҙгәртеп ҡороуҙар заманы балалары, дисциплина йәһәтенән ҡатмарлы булдыҡ, ә ул бер ҡасан да беҙгә тауышын күтәрмәне, сабыр ғына тыңлай, ипле генә итеп беҙҙе төҙәтә һәм йүнәлеш бирә торғайны, маҡтап ебәрергә белә ине. Тик йылдар үткәс кенә мин уның оло йөрәгендә ни тиклем тәрән аҡыл, яҡшылыҡ, аңлау һәләте, һөйөү булыуын аңлайым – сикһеҙ ҡыҙыҡлы, күп яҡлы, хөрмәтле кеше ул, Люциә Ғәни ҡыҙы.

Күпселек уны директор булараҡ белә. Тап ул Теләш урта мәктәбенең яңы бинаһын төҙөү инициаторы булды. Иҫемдә, бейек түшәмле һәм бихисап киң тәҙрәле иркен ике ҡатлы бинаға беҙ, дүрт йөҙҙән ашыу бәхетле, шат бала 1983 йылда күсенгәйнек.

Етмеш йәшен уҡытыусыбыҙ тәрбиәләнеүселәре, коллегалары, дуҫтары, бихисап туғандарынан торған киң даирәлә билдәләй. Эргәһендә – һәр нәмәлә һәм һәр ваҡыт тоғро ире, һәр яҡлап үҫешкән, белемле, маҡсатлы ике ҡыҙы һәм улының бына тигән ғаиләләре. Артта – Люциә Ғәни ҡыҙының 39 йыл педагогик стажы. Ләкин дәрестәре һәм биргән белемдәре, ярҙамы һәм хәстәрлеге, иғтибары һәм өгөт-нәсихәттәре, тәнҡите һәм дискуссиялары, теләктәшлеге һәм тормоштарындағы ҡатнашлығы өсөн рәхмәтле уҡыусылары һәр ваҡыт уның йәнәшендә”.