Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
24 Июль 2018, 12:20

Бер-береңә булған ихтирам – алтын бәрәбәренә

Оло Ҡыҙылбай ауылынан бәхетле пар алтын датаһын билдәләне. Динә һәм Ғәли Йәрмөхәмәтовтар бөгөн дә бер-береһен ихтирам итеп, татыу йәшәй.

Улар 1968 йылда икеһе лә урта мәктәп уҡытыусылары итеп ебәрелгән Үрге Ҡыйғы мәктәбендә осраша. Был ваҡытҡа Степной ауылы егете Ғәли Таһир улы Әләгәҙ мәктәбенең етенсе класынан һуң Дыуан техникумын тамамлаған була. Ул намыҫ менән армияла хеҙмәт итеп ҡайта һәм Мордовия дәүләт университетында химия һәм биология уҡытыусыһына уҡып сыға.

Ә Динә Ғәйнулла ҡыҙы Йыланыш ауылында тыуған. Бөрө педагогия институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы һөнәрен үҙләштергән.

Ике йәштең бер-береһен оҡшатыуы тиҙ арала оло тойғо булып үҫешә. Бер айҙан инде улар туй яһай. Ир менән ҡатын бер нисә йыл Дыуан районында эшләй. Ләкин йәш ғаилә тыуған яғына тартыла. Бына шулай итеп уларҙы Ҡорғатҡа ебәрәләр. Ғәли Таһир улын директор итеп ҡуялар, ә Динә Ғәйнулла ҡыҙы уҡытыусы була.

Һигеҙ йылдан Йәрмөхәмәтовтар Оло Ҡыҙылбай ауылына эшкә күсә. Бер йылдан уларға ике фатирлы өйҙән фатир бирәләр.

Ғәли Таһир улы биш йыл завуч, 20 йыл директор булып эшләгән. Улар өсөн мәктәп эш урыны ғына түгел, ә икенсе өйҙәре була. Бар көстәрен, тырышлыҡтарын улар мәктәпкә бирә. Эшсәнлектәре менән коллегалары һәм ауылдаштарының ихтирамын яулап алалар.

Үҙ балаларын һөйөүҙә, инсафлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Юғары белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иткәндәр.

Быйыл Ғәли Таһир улына 80 йәш тулды, ә Динә Ғәйнулла ҡыҙы 75 йәшен ҡаршы алды. Ҙур ғаилә табынына Йәрмөхәмәтовтарҙың ныҡлы союзын баһалаған һәм улар менән һоҡланған иң яратҡан, яҡын кешеләре йыйылды.

– Ғаилә бәйләнештәре ныҡлы булһын өсөн, бер-береңә ҡарата ихтирам тойғоһон һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға кәрәк. Ул – бәхетле никахтың нигеҙе, – тип татыу тормоштоң серен аса юбилейҙарын билдәләүсе пар.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.