Мәсетле тормошо
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
10 Июль 2018, 13:51

Бар бит донъяла яҡшы кешеләр

10 июлдә коллегабыҙ Зилә Ғилемдар ҡыҙы Низаева юбилейлы тыу-ған көнөн ҡаршылай.

Күптәребеҙ өсөн эш урыны икенсе өйөнә әйләнгән, сөнки ғүмеребеҙҙең шаҡтай өлөшөн беҙ ошонда уҙғарабыҙ. Шуға күрә коллегалар менән үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыу – мөһим. Дуҫтарса мөхиттә хеҙмәт итеүе күңелле. Коллегабыҙ Зилә Низаева нәҡ ошондай мөхит булдыра белә лә.

Кешене намыҫлылығы, эшсәнлеге, ныҡлы характеры һәм башҡа лайыҡлы яҡтары өсөн ихтирам итәләр, һәм мин ошоларҙың барыһы ла мөғжизәле рәүештә Зилә Низаевала берләшкән тип ныҡлы рәүештә әйтә алам. Ул юғары эске мәҙәниәткә эйә, уның менән аралашыуы еңел һәм рәхәт.

Зилә Ғилемдар ҡыҙы беҙҙең гәзиттә реклама буйынса хәбәрсе булып эшләй. Көн һайын уға кешеләр һатыу, ҡайғы уртаҡлашыу тураһында белдереү, ҡотлау бирергә килә. Оло кешеме, йәки баламы, ул бары-һына ла ихтирамлы. Теләгән бер һөйләшеүҙе: “Һаумыһығыҙ. Мин һеҙгә ни менән ярҙам итә алам?” – тигән һүҙҙәрҙән башлай. Ә был һүҙҙәр дежур фразалар ғына түгел. Клиенттарын һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, дәртләндереп, кәрәк ерендә әйтеп, ярҙам итеп ебәрә.

Ул алсаҡ күңелле, яҡты сырайлы кеше. Уны һытыҡ йөҙ менән күҙ алдына килтереүе ҡыйын, һәр ваҡыт йылмая һәм яҡшы кәйеф булдыра. Мин һәр ваҡыт уның менән кәңәшләшәм, һәм эш мәсьәләләре буйынса ғына түгел. Йыш ҡына тап уның менән һөйләшеү дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. Ул киң ҡарашлы кеше. Уны ҡыҙыҡһындырмаған һорауҙар юҡтыр, моғайын: музыка, тарих, әҙәбиәт, бәйләү, баҡсасылыҡ һәм башҡалар. Ул белмәгән нәмә бармы икән – белмәйем. Ә белмәй икән, мотлаҡ ҡыҙыҡһынып өйрәнәсәк һәм эшләйәсәк!


Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА,

“Мәсетле тормошо” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары.