Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
9 Июль 2018, 17:35

Юбилейың менән, тыуған мәктәбем!

Күптән түгел сал тарихлы Йонос урта мәктәбе үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамға төрлө тарафтарҙа ғүмер иткән, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылар, ветеран уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм бик күп ҡунаҡтар йыйыл-ғайны.

Кисәнең башланыуын белдереп ҡыңғырау шылтыраны. Уның сыңы бер хәсрәтһеҙ, шаулап-гөрләп үткән бала саҡ, үҫмер йылдарға, аттестат алған мәлдәргә алып ҡайтты. Һәр биш йыллыҡтағы сығарылыш уҡыусылары менән күңелле дәрестәр үткәрелде. Улар күңелле тәнәфестәр, йәғни балаларҙың, уҡыусыларҙың концерт номерҙары менән сиратлаштырып алып барылды.

Ошо мәктәпте тамамлаған Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы-вокалисы Әлфиә Кәлимуллина ла сығыш яһаны.

Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Фәғилә Мөхәмәтғәлина мәктәптең данлы-шанлы тарихы менән таныштырҙы:

“1928 йылда мәсет бинаһында рәсми рәүештә асылған совет башланғыс мәктәбе эшләй башлай. Балаҡатай районы Үтәш ауылы егете Абдразаҡ Вәхитов мәктәбебеҙҙең тәүге уҡытыусыһы һәм директоры була, ул беренсе пионер отрядын ойоштора. Тик уны 1929 йылда икенсе эшкә ебәрәләр. Унан һуң балаларҙы Ҡадир Нафиҡов менән Моғафа Мостафин уҡыта башлай.

Йылдар үтә, мәктәптә уҡыусылар һаны ла арта, ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, һуғыш башланып китә. Ҡәһәрле һуғыш балаларҙы яратҡан уҡытыусылары Моғафа Мостафиндан айыра. Ул ба-тырҙарса һәләк була. Һуғыштың ауыр йөгө һәр уҡыусы, һәр уҡытыусы иңенә төшә, ләкин белем биреү процесы өҙөлмәй. Был эште Кәфиә Ҡорбанова, Эльза Табибуллина һәм Фәриҙә Сәфиуллиналар дауам итә.

1961 йылда мәктәпкә һигеҙ йыллыҡ статусы бирелә. 1968 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорола. 1979 йылда 320 урынлыҡ яңы типовой мәктәп бинаһы төҙөлә”.

Йыл артынан йылдар алмашына. Мәктәптә яңы уҡытыусылар, яңы дирек-торҙар, яңы биналар бер-береһен алмаштырып, бик бай тарих эҙен ҡал-дыра.

Осрашыуға ҡайтҡан ҡунаҡтарыбыҙ мәктәп эшенә ҙур баһа биреп, ғорурланыу хистәрен еткерҙе.

Әлеге көндә мәктәп менән эшһөйәр, талапсан директор Гөлсинә Мөнирова етәкселек итә. Уның ҡулы аҫтында балаларҙы яратҡан, эштәренә яуаплы ҡараған 12 педагог эшләй. Айырыуса уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Фәғилә Мөхәмәтғәлина, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Фәрҙиә Әбүбәкирова, физкультура уҡытыусылары: тренер Фирғәт Мөниров менән Ринат Лотфуллин, башланғыс кластар уҡытыусылары Гөлнур Сисәнбаева һәм Райхана Вәхитовалар-ҙың үҙ эше оҫталары булыуҙарын билдәләп үтке килә. Уларҙың уҡыусылары төрлө олимпиадаларҙа, ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар алып тора. Ә бөтә Башҡортостанда мәктәбебеҙ данын яҡлаусы “Сапсан” хоккей клубы һәм уның етәксеһе Фирғәт Мөнировтың тырышлығы, тәрбиәләү эшенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Клуб Оло Ыҡтамаҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт секцияһы булараҡ Йонос мәктәбендә 2012 йылда төҙөлдө. Бер нисә йыл эсендә Фирғәт Мөниров етәкселегендә мәктәбебеҙҙең хоккейсылары урам командаһынан республиканың төньяҡ-көнсығышында иң көслөләрҙең береһенә әйләнде. Быйыл уның командаһы төньяҡ-көнсығыш зонала 2-се урын алды. Ғәлиәскәр Мөниров Ҡый- ғы командаһы составында Туймазы ҡалаһында үткән республика ярышында ҡатнашты. “Иң яҡшы бомбардир” булараҡ ул кубок яуланы.

Мәктәп коллективы йәш белгестәр менән тулыланып тора. Азалия Әхкәмова, Ансар Дәүләтшин, Илнур Мөхәмәтйәнов һәм Ләйсән Хажиева бала-ларҙы ярата, уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс таба белә.

Мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡаштары бул-ған, һәр яҡлап өлгөр уҡыусыларыбыҙ ҙа күп. 7-се класс уҡыусыһы Гүзәлиә Ниғмәтуллина башҡорт теле буйынса район олимпиадаһында еңеүсе, ә 8-се кластан Айгөл Ғәлиуллина призер булды. Экология буйынса 7-се класс уҡыусыһы Светлана Ҡазыева беренсе урын алды. Иншалар конкурсында 9-сы класс уҡыу-сыһы Таңһылыу Ҡазыева призлы урындарһыҙ ҡалмай. Моңло тауышы менән күңелдәрҙе әсир итеүсе 7-се класс уҡыу-сыһы Рәғиҙә Солтанова һәм инглиз телендә оҫта башҡарыусы Гүзәлиә Ниғмәтуллина төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай.

Спортта ал бирмәҫ егеттәребеҙ Ғайсар һәм Ғәлиәскәр Мөнировтар, Рәмзил Хафизов, Виталий Зәбихуллин, Илһам һәм Ғайса Мөхәмәтшиндар, Ришат Ниғмәтуллин, Рәмзил Низамов һәм Наил Нәжметдиновтарҙы билдәләп үтмәү мөмкин түгел.

Юбилей кисәһендә мәктәптең элекке уҡыусылары ауыҙынан бихисап ҡотлауҙар яңғыраны. Был көндө әйтелгән матур теләктәр тормошҡа ашһын, мәктәбебеҙ артабан да йәшәүен һәм сәскә атыуын дауам итһен!


Миләүшә ФӘТТӘХОВА,

уҡытыу-тәрбиәләү эше буйынса директор урынбаҫары.