Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
25 Июнь 2018, 18:50

Тыуған ереңдә йәшәү – бәхет

Һабанаҡ ауылынан Рафас Хәйретдинов кеүектәр тураһында үҙ еренең кешеһе тиҙәр. Ул бер ҙә бәхет эҙләп сит яҡтарҙа йөрөмәне, ә уны тыуған Мәсетле ерендә ҡорҙо.

Бер тапҡыр агроном һөнәрен һайлап, Рафас уға аҙаҡҡа тиклем тоғро булып ҡалды. Хеҙмәтте хөрмәт иткән, ер-әсәгә мәрхәмәт күрһәткән ғаиләлә тыуып үҫкән егет, икенсе тормош юлын һайлар инеме икән?

Ул дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫә. Ата-әсәһе колхозда эшләне: атаһы Вәдит – заготовитель, әсәһе Шәфиғә – хисапсы. Үкенескә ҡаршы, улар яҡты донъянан иртә китә. Ул саҡта иң бәләкәй һылыуҙарына тик алты йәш була. Был ауыр ҡайғы уларҙы һындырмай, бер туғандарҙы тик берләштерә генә. Улар бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итеп, лайыҡлы кешеләр булып үҫте.

Мәктәпте тамамлағас Рафас Дыуан техникумында уҡый. Шунда уҡ үҙенең буласаҡ ҡатыны – Ҡариҙел районы һылыуы Мәрйәм менән таныша. Оҙаҡ та үтмәй, йәштәр туй яһай.

1975-1978 йылдарҙа Рафас армия сафтарында хеҙмәт итә. Һуңынан “Мәсетле мал һимертеү” совхозында агроном булып эшләй, 1998-2005 йылдарҙа “Таң” ауыл хужалығы кооперативы директоры була. Ситтән тороп Ауыл хужалығы институтын тамамлай. Бөгөн ул БР буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Мәсетле район бүлегенең төп агрономы.

Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл Рафас үҙ ауылын күтәреү өсөн күп көс һалды. Уның яҡты йөҙө, матур кәңәштәре барыһын да ҡыуандыра ғына.

Хәйретдиновтар дүрт ул һәм бер ҡыҙҙы уңыштарға өлгәшеүсе тырыш, эшһөйәр кешеләр итеп үҫтерҙе. Матур итеп уҡытып, туйҙар яһап, тормош юлына баҫтырҙылар.

Морондоҡ апаһы Нәсимә Зарипова,

Әләгәҙ ауылы.