Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
25 Июнь 2018, 18:45

Сабырлыҡ, хәстәрлек һәм һөйөү өсөн награда

Бурансы ауылының хөрмәтле парҙарының береһе – Рәйсә һәм Ғилемхан Ғәйнановтар иртәгә бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығын билдәләй.

Яҙмыш уларҙы бик йәшләй осраштыра. Йәш егет Ғилемхан ул ваҡытта Дыуан-Мәсетле ауылында тракторсы булып эшләй, ә Рәйсә ошо уҡ ауылдың мәктәбендә 9-сы класта уҡып йөрөгән була.

Яҙмыш уларҙы иркәләмәй. Икеһе лә иртә етем ҡала: Ғилемхан ике йәш ярымда әсәй-һеҙ ҡала һәм үгәй әсә ҡулында үҫә; Рәйсәнең атаһы фронтта һәләк булып, әсәһе икенсегә кейәүгә сыға. Өләсәләре үҙ ҡошсоҡтарын сит ир тәрбиәһенә бирергә теләмәй, ҡустыһы менән Рәйсәне үҙендә ҡалдыра. Улар фронтовик улының бер-ҙән-бер иҫтәлеге бит! Бала сағын Рәйсә апай йылылыҡ менән иҫкә ала. “Өләсәйем бик йомшаҡ һәм хәстәрлекле ҡатын ине. Бер ҡасан да беҙгә үпкәләмәне, бер ни өсөн дә шелтәләмәне”, – ти ул.

Рәйсә менән Ғилемхан һуғыш йылдары балалары өлөшөнә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы үткән. Бик бәләкәйҙән баҫыуҙа эшләгәндәр: билсән утап, бесән сапҡандар, көҙөн уңыш йыйыу-ҙа ҡатнашҡандар.

Ауыр эштә сынығып үҫкәнгә күрә ике ғашиҡ, йәш кенә бул-һалар ҙа, ғаилә ҡороуға әҙер була. Йәйге йылы көндә йәш кейәү һөйгәнен велосипедҡа ултыртып Дыуан-Мәсетле ауылында урынлашҡан ауыл Советына алып бара. Башта ЗАГС хеҙмәткәре үҙ ҡарарын ҡыҙға әле 18 йәш тулмауы менән нигеҙләп, уларҙың никахын теркәүҙән баш тарта, ләкин һуңынан ыҡҡа килә. Бына шулай итеп Рәйсә менән Ғилемхан Ғәйнановтар ирле-ҡатынлы булып китә. Туйҙы 5 ноябрҙә генә яһай-ҙар. Килен төшкәндә һигеҙ ат егелә. Яңы ғаилә барлыҡҡа килеүен тотош дүрт көн байрам итәләр!

Йәштәр кейәүҙең тыуған ауылы Бурансыла йәшәргә ҡала. Шунан Рәйсәнең ҡартайған өләсәһенә ярҙам итеү өсөн Туҡ- байға күсәләр. Ғаилә башлығы Куйбышев исемендәге колхоз- ға водитель булып урынлаша. Рәйсә фермаға һыйыр һауырға барырға уйлай, ләкин хәстәрлекле ире уны туҡтата, үҙен дә, балаларын да интектермәүен үтенә. Бурансыла өй һалып сығалар. Ғилемхан Ғилман улы хеҙмәт юлын “Беренсе май” колхозында водитель булып дауам итә. Иртәнге 5-тә автомобиленә ултырып сығып китер ҙә бик һуң ғына ҡайтып керер була. Ҡышҡы бурандар, йәйге ямғыр-ҙарҙан һуң, юлдар үтерлек булмағанда, ул бөтөнләй өйөнә ҡайтып етә алмай. Бына шулай ғүмер буйы аслы-туҡлы, йыш ҡына ғаиләһенән ситтә ҡуна ятып эшләй.

Рәйсә апай дүртәр мең баш сусҡа аҫралған фермаға эшкә урынлаша. Унда ла эш еңелдән түгел. “Нисектер бер минең сменала сусҡа бәрәсләне. Мин сус-ҡа балаларын биҙрәгә йыям, бер заман улар сыйылдай башланы һәм инәләре миңә ташланды. Мин ҡайҙа йүгерергә белмәй стенаға һырығып, ҡатып ҡалдым. Инә сусҡа минең ҡулдарымды тешләргә тотондо. Шул саҡ ҡулымдағы сусҡа бәрәстәре һалынған биҙрәм төшөп китте. Ул балаларына албырғаған арала, мин тиҙ генә кәртә аша сығып өлгөрҙөм”, – тип ауыр мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алды Рәйсә апай.

Әле Ғәйнановтар тыныс, матур томошта йәшәй. Балалары һәм ейәндәре йыш ҡына килеп хәл белешеп, ярҙам итеп тора. Тик бына, ата-әсәне ҡара ҡай-ғыға һалып, 52 йәшендә генә пневмониянан улдары вафат булып ҡала. Уларҙың күңелдәрендәге ауыр яра әле һаман һыҙлай.

Ғәйнановтар балаларын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләгән. Өлкән ҡыҙҙары Әлфирә Дыуан районы хакимиәтендә баш бухгалтер булып эшләгән, пенсияға республика лицей-интернаты баш бухгалтеры вазифаһынан киткән. Икенсе ҡыҙҙары Альбина Өфөлә йәшәй, шулай уҡ финанс өлкәһендә хеҙмәт итә. Улдары Рауфан ғаиләһе менән Салауат районының Сулпан ауылында йәшәй. Иртәгә улар барыһы ла атай-әсәйҙәренә сабырлыҡтары, хәстәрлектәре һәм һөйөүҙәре өсөн тағы ла бер тап-ҡыр рәхмәт әйтергә тип төп йортта йыйыласаҡ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.

Фото ғаилә архивынан.