Лидия Мәүлетбай ҡыҙы 1973 йылда Яңы Мишәр ауылында тыуған. 1990 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына мәктәпкәсә белем биреү бүлегенә уҡырға инә. 1992 йылда ҡулына диплом алғас, йәш белгес «Ромашка» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. Әммә яҙмыш елдәре мәҡәләбеҙ геройын тыуған ауылына алып ҡайта. 1993 йылдан алып Лидия Мәүлетбай ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләп килә. 2004-2008 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны ситтән тороп тамамлай һәм юғары белемгә эйә була.
Тәрбиәсе – ул эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йәғни бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше. Уның тәрбиәләнеүселәре, район конкурс-тарында ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар.
Педагогик эшмәкәрлегендәге маҡтауға лайыҡ эше, хеҙмәт бурысына намыҫлы мөнәсәбәте өсөн Лидия Мәүлетбай ҡыҙы мәғариф бүлеге һәм муниципаль район хакимиәтенең грамоталары менән бүләкләнгән.
Лидия Мәүлетбай ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы. Уның ҡул эштәре күргәҙмәһе ауыл биләмәһендәге һәр сараны биҙәй. Халыҡтың ышанысын һәм һөйөүен аҡлаған өсөн Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең депутаты итеп тә һайланды.
Лидия Мәүлетбай ҡыҙы тормош иптәше Марат менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Зилә тормошҡа сығып, Төмән ҡалаһында йәшәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, абруйлы шәфҡәт туташтары иҫәбендә. Улдары Булат Яңы Мишәр урта белем биреү мәктәбендә 10 синыфты яҡшы билдәләргә тамамланы. Ошо көндәрҙә райондың хәрби-уҡыу сборынан маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән ҡайтты.
“Умырзая” балалар баҡсаһы мөдире.