Ата-әсәһе уға Ризида тигән исем ҡуша. Ҡыҙыҡай үҫә, ҙурая һәм матур, уңған һылыуға әйләнә. 1966 йылда Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Ошо уҡ йылда Баш-ҡорт дәүләт университетының биология факультетына биолог-ботаник һөнәре буйынса биология һәм химия уҡытыу-сыһына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы булып башлай һәм бында 38 йыл эшләй.
Ул үҙенең фәнен– биологияны бик яҡшы белә һәм белемде ҙур һөйөү менән үҙенең уҡыусыларына өләшә. Ризида Рамаҙан ҡыҙы Ғайсина һәр ваҡыт ижади эшләй, уның дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә ине. Уҡытыусы дәреслек менән генә ҡулланып ҡалмай, ә күпселектә өҫтәмә әҙәбиәт һәм тормоштан ҡыҙыҡлы факттар менән эш итә. Шуға күрә уның күп кенә мәктәп тамамлаусылары медицина юлын һайлай: Римма Әхмәҙиева, Ришат Алюков, Салауат Мофазалов, Роза Мофазалова һәм башҡалар.
Егерме йылдан артыҡ Ризида Рамаҙан ҡыҙы районда һәр ваҡыт тиерлек алдынғыларҙан булған Оло Ыҡтамаҡ лицейы яны участкаһы менән етәкселек итә.
1982-1989 йылдарҙа партия-совет органдарында һайлап ҡуйылған вазифаларҙа эшләй.
Уның педагогик хеҙмәте күренмәй ҡалмай: ул – юғары категориялы биология уҡытыу-сыһы, халыҡ мәғарифы буйынса СССР дәүләт комитеты Маҡтау грамотаһы, “Мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән, “Өлкән уҡытыусы” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыу-сыһы” исемдәре бар.
Ризида Рамаҙан ҡыҙы мәрхәмәтле, ярҙамсыл һәм тәртипле кеше, яҡшы кәңәшсе, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер – бөтәһен дә эскерһеҙ һәм саф йөрәктән эшләй.
Шулай уҡ ғаиләһендә арыу-талыуҙы белмәүсе эшсән хужабикә, бик шәп ҡыҙ, әсәй һәм өләсәй. Ҡыҙы Лира әсәһенең юлынан китә, ул – биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.
Хөрмәтле Ризида Рамаҙан ҡыҙы! Хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙе юбилей менән ҡотлай! Иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ихтирам итеүен теләйбеҙ, һеҙҙең яратыу һәм хәстәрлек ейәндәрегеҙҙең йөрәктәрен йылытһын. Киләсәккә ышаныс, ғаилә именлеге һәм күп ҡыуаныслы мәлдәр теләйбеҙ!
Бөгөн– һинең тыуған көнөң,
Көтөп алған күңел байрамың.
Йөрәгеңә бәхет ҡошо ҡунып
Иң-иң гүзәл йырын һайраһын.
Бөгөн – һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен!
Иң яҡшы теләктәр менән Рәмзиә Хәким ҡыҙы,
Валентина Александровна, Валентина Михайловна.