Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
13 Июнь 2018, 18:44

Үҙ еренең ҡыҙы

Уны хаҡлы рәүештә шулай атарға мөмкин. Мәсетле ерендә донъяға килеп, ул ғүмерен үҙ халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы. Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса баш белгесе Алһыу Рәсим ҡыҙы Сафиуллина (һүрәттә) ошо көндәрҙә юбилейын ҡаршылай.

1953 йылдың йәйендә Фазила һәм Рәсим Ҡылысбаевтар атай-әсәй булыу бәхетен татый – уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Йәштәр сабыйҙарын яратып һәм наҙлап үҫтерә. Шуғалыр ҙа инде, моғайын, кескәй Алһыу ихлас, иғтибарлы һәм йомшаҡ күңелле ҡыҙ булып үҫә. Силәбе совет-партия мәктәбен тамамлаған атаһы Рәсим Мөхәмәтйән улын райондың төрлө хужалыҡтарына етәксе итеп ҡуялар. Шунлыҡтан, уларҙың ғаиләһенә райондың күп ауылдарында йәшәргә тура килә. Яңы Мишәр, Әләгәҙ, Теләш, Мәсәғүт, Оло Ыҡтамаҡ – Алһыу һәр ваҡыт ата-әсәһе менән була.

Оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, Мәсәғүт педагогия училищеһынан һуң 1972 йылда Әбдрәхим мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә.

–Минең хеҙмәт юлым бик яҡшы уҡытыусылар коллективында башланды, унда тәжрибәле, көслө, үҙ эшен белгән педагогтар: Тәскирә Зиннәтуллина, Йәмилә Ғәләүетдинова, Ниғмәтйән Ямалетдинов,Сәмиғулла ағай эшләй ине,– тип иҫенә төшөрә Алһыу Рәсим ҡыҙы. – Балалар ҙа бик яҡшы булды. Ундай мәктәптә эшләү –үҙе бер ләззәт.

Йәш уҡытыусы педагогик эшмәкәрлеген уҡыу менән бергә алып барып, юғары белем тураһында диплом ала.

Ғаиләле булып киткәс, 1976 йылда Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһына китергә тура килә. Иптәше Тәлғәт Заян улы орлоҡсолоҡ станцияһында баш агроном вазифаһын башҡарған була унда. 1980 йылда тыуған райондарына күсеп ҡайталар һәм Алһыу Рәсим ҡыҙы педагогик эшмәкәрлеген 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә дауам итә.

1985 йылда район халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты секретары вазифаһына тәҡдим ителә, һуңынан хеҙмәтенең исеме “эштәр менән идара итеүсе”гә үҙгәртелә.

1996 йылда Алһыу Рәсим ҡыҙы мәғариф бүлегенә күсә, унда мәктәп инспекторы вазифаһын үтәй һәм бер үк ваҡытта етем балалар менән эшләй.

–Ошо йылдар буйына төрлө кешеләрҙе күрергә һәм ишетергә тура килде, һәр береһенә яҡшы һүҙҙәр табырға тырыштым. Бик һуңға ҡалып эшләргә тура килә ине, әммә кешеләргә яҡшылыҡ эшләгәнемдән, балаларға шатлыҡ килтергәнемдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем. Нисәмә ғаиләне яңылыш аҙымдан, күпме сабыйҙы балалар йортонан ҡотҡар-ҙым?! Район территорияһында иң яҡшы опекундар һәм ҡарауға алған ата-әсәләр йәшәй. Уларҙың хеҙмәттәре балаларҙың уҡыуҙа алған билдәләре, һаулығының торошо, тәртибе, опекундарға һәм ҡарауға алған ата-әсәләргә ҡарата мөнәсәбәте аша күренә, – ти Алһыу Рәсим ҡыҙы.

Үҙе ҡатнашлығында ыңғай хәл ителгән осраҡтарҙы ҙур тулҡынланыу менән иҫкә ала белгес. Шундай хәлдәрҙең береһе: опекалағы бер бала, кейергә кейеме булмағанлыҡтан, лицей-интернаттағы уҡыуын ҡалдырырға уйлай. Баланың өләсәһенән ошо турала белгәс, Алһыу Рәсим ҡыҙы үҙенең аҡсаһына уны кейендерә. Һөҙөмтәлә бала яҡшы белем ала, медицина колледжын һәм университетын тамамлай, табип дипломы ала һәм бөгөн ул Алһыу Рәсим ҡыҙына бик рәхмәтле.

Алһыу Сафиуллинаның наградалары күп: Рәсәй Мәғариф министрлығы, район хакимиәтенең маҡтау грамоталары, Мәғариф министрлығы һәм балалар хоҡуғы буйынса вәкилдең рәхмәт хаттары. 2011 йылда республикала үткән опека һәм попечителлек органдарының эшмәкәрлеген иң яҡшы ойоштороуға конкурста Еңеүсе дипломы тапшырыла, ә 2012 йылда Алһыу Рәсим ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының опека һәм попечителлек буйынса иң яҡшы белгесе тип таныла. Әммә уның өсөн иң мөһим бүләк – ҡарауға бала алған ата-әсәләрҙең һәм улар тәрбиәһендә үҫкән балаларҙың рәхмәте.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.