Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
5 Июнь 2018, 12:01

Маҡтауға лайыҡ шәхес

Бөгөн хеҙмәт ветераны Вәҡиф ағай Вәзировҡа 90 йәш тула. Ул оҙаҡ йылдар Мәсетле райпромкомбинатын етәкләне. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның зиһененең яҡшы, фекеренең асыҡ булыуы һәм һорауҙарға тапҡыр яуап биреүе һөйөндөрҙө.

Вәҡиф ағай Яңы Мөслим ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда ун ике йәш тә тулмаған була. Һуғыштың тәүге көнөнән атаһы Сәғәҙәтте фронтҡа оҙаталар. Ишле ғаиләлә ир затынан иң олоһо Вәҡиф әсәһенең төп ярҙамсыһы булып ҡала. Дүрт класты тамамлағандан һуң, эшкә егелә. 15 йәштә Ямашта тракторсылар курсын үткәндән һуң, Жданов исемендәге колхозда эш башлай, унда 1951 йылға тиклем хеҙмәт итә. Тормоштоң ауыр сағы. Уның туғандарына ярҙам иткеһе килә, шул сәбәпле аҡса эшләү маҡсаты менән Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Кустпром”ға урынлаша.

“Кустпром” артель булып 1931-1932 йылдарҙа ойоша йәғни ваҡ артелдәрҙе – быйма баҫыу, тире һәм йөн иләү, төймә эшләү кеүек цехтарҙы берләштереү башлана. Артабан фотоға төшөрөү, көршәктәр, көрәктәр әҙерләү цехтары асыла. Ләкин, һуғыш башлан-ғас, был эш туҡтатыла, ә 1946 йылдан һуң ҡайтанан тергеҙелә. Һуңынан “Кустпром” “Пищепром”ға тапшырыла. 1960 йылда Мәсетле көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты итеп үҙгәртелә. Унда 1963-1964 йылдарҙа Вәҡиф Вәзиров директор вазифаһын башҡара. Аҙаҡтан бер йыл промкомбинат инженеры, ә 1966 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы уның директоры була.

Ул эшләгән дәүерҙә предприятие районда алдынғылар рәтендә бара. Комбинатта йөҙгә яҡын кеше эшләй. Ул һәр береһе менән уртаҡ тел таба ала. Вәҡиф Сәғәҙәт улы ауыр эш башҡарған хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләргә һәр ваҡыт тырышҡан.

Бәхет тураһындағы һорауға:

– Бәхет – һаулыҡта. Хоҙай миңә оҙон ғүмер бүләк итте. Ғүмеремде бушҡа үткәрмәнем, халыҡ менән бергә йәшәргә тырыштым. Тәүге ҡатыным һәм улым мәрхүм булып ҡалдылар. Икенсе ҡатыным Тереза менән өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмер итәбеҙ… Ҡыҙым Өфөлә табип булып эшләй. Уға рәхмәтлемен, мине һәр саҡ ҡурсалап, ярҙам итеп тора.

Вәҡиф Сәғәҙәт улы, иң ҡәҙерлеһе – ул бәләкәй ватан, тип иҫәпләй.

– Районыбыҙҙың тәбиғәте матур, ата-бабаларыбыҙ белеп һайлаған. Сит илдә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тигән мәҡәлде онотмаҫҡа кәрәк, – ти ул.

Марат ҒАФАРОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.