Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
1 Июнь 2018, 12:27

90 йыл лайыҡлы ғүмер кисергән

Йыланыш ауылынан Хәкимә Абдуллина – элекке “Комсомолец” колхозының иң яҡшы һауынсыларының береһе. Уның һауым буйынса ирешкән юғары күрһәткестәре район һөтсөлөк фермалары хеҙмәтсәндәре өсөн өлгө булып тора ине.

Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бәләкәй ҡыҙ булараҡ башлай.

– Ауыр ине ул ваҡытта. Дүрт клас-ты тамамлағас, кейергә кейем булмағанлыҡтан артабан уҡый алманым. Шуға ла һуғышҡа киткән Хәбирйән ағайым урынына көтөүсе булып эшкә сыҡтым. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтманы, хәбәрһеҙ юғалды,– тип күҙ йәштәре аша иҫенә төшөрә Хәкимә Абдуллина.

Һуңынан ул һөтсөлөк фермаһында һауынсы була. Эҫелә, сатлама һыуыҡтарҙа, ял көндәрен күрмәйенсә тыуған колхозында 37 йыл эшләй. Хәкимә апай эш һөйөүсәнлек, намыҫ, һөҙөмтәле эшләү айырыуса баһаланған замандан. Колхозда уны тырыш хеҙмәте өсөн баһалағандар һәм хөрмәт иткәндәр. Алдынғы һауынсының өйөндә юғары һауым өсөн күп маҡтау грамоталары, социалистик ярыштарҙа еңеүсе дипломдары, рәхмәт хаттары һаҡлана.

Хәкимә Абдуллина һәр ваҡыт әүҙем тормош позицияһы тотҡан кеше була. Ауыл һәм райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнаша. Күп йылдар буйы КПСС ағзаһы, район һәм ауыл советтары депутаты була. Оло йәшендә лә мәктәптә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эшләгәндәрен һөйләй.

Хәкимә Абдуллинаға яңыраҡ 90 йәш тулды. Ғүмере эштә һәм мәшәҡәттә үтһә лә, ул үҙен бәхетле кеше тип һанай һәм үткәндәре өсөн үкенмәй. Дини кеше булараҡ, Алла бүләк иткән һәр бер яңы көндө рәхмәт менән ҡаршы ала. Юбилейлы тыуған көнөндә ҡыҙынан, өс ейәненән һәм биш бүләһенән ысын күңелдән һәм хаҡлы рәүештә ихлас ҡотлау-ҙар ҡабул итте.

Уны Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән эштәр менән идара итеүсе Ира Иштуғанова ҡотланы. Ул шулай уҡ ветеранға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау хаттарын тапшыр-ҙы.

“Хөрмәтле Хәкимә Әхтәр ҡыҙы! Ысын күңелдән Һеҙҙе юбилей менән ҡотлайым. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән үткәнһегеҙ, үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән илдең байлығын һәм ҡеүәтен булдырҙығыҙ. Һәм йылдар дауамында Тыуған илгә һөйөү, хаҡлы эшкә ышаныс һаҡлайһығыҙ. Һеҙҙең быуындың – еңеүселәр быуынының – батырлығы юғары ижади маҡсаттар хаҡына быуаттар буйы йәшәйәсәк, беҙҙең халыҡты берләштерәсәк. Рух күтәренкелеге һәм именлек теләйем”, – тип әйтелә Рәсәй Президенты хатында.

Айгөл ШАРАПОВА.