Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
14 Май 2018, 11:49

Райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәрҙиән Хажиевҡа 65 йәш тула.

Фәрҙиән Шакирйән улы Һөләймән ауылында уҡытыу-сылар ғаиләһендә донъяға килә. Ете бала араһында ул иң олоһо була.

–Мине йәш саҡтан уҡ техника ҡыҙыҡһындырҙы, –тип һөйләй ул. – Бәләкәй-ҙән үк механизаторҙар менән баҫыу буйлап йөрөргә яраттым. Киләсәктәге һөнәремде шул ваҡытта уҡ һайланым.

Һәләтле һәм ҡыҙыҡһы- ныусан егет Һөләймән, Яңы Мишәр һәм Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә белем ала. Аҙаҡ Силәбе механизация һәм электрификация институтына уҡырға инә. Биш йылдан инженер-механик булып тамамлай.

Йәш белгесте Ҡурған өлкәһенең “Чистовский” совхозына ебәрәләр. Уны баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр.

– Хеҙмәт эшмәкәрлеген яуаплы вазифанан башлауы еңел булманы, әлбиттә, – тип иҫләй Фәрҙиән Хажиев. – Шулай ҙа, коллектив мине яҡшы ҡабул итте, белгестәр маһайып ҡараманы, директор ҙа яҡшы булышты. Был миңә бик ныҡ ярҙам итте.

Ҡурған өлкәһендә эшләгәндә Гөлфирә Әкрәм ҡыҙы менән өйләнешәләр. Йәш ғаиләгә фатир бирәләр, өс малай донъяға килә.

Ирле-ҡатынлы Хажиевтар Мәсетле районына 1984 йылда ҡайта. Фәрҙиән Шакирйән улы Салауат Юлаев исемендәге колхозда баш инженер вазифаһында эшен башлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында уға Фрунзе исемендәге колхозда, Мәсетле районының “Агропромхимия” производство берекмәһендә баш инженер, кирбес заводында директор, Мәсетле районының төҙөлөш материалдары комбинатында баш механик һәм инженер, “Мәсетле” матди-техник бүлеге начальнигы, Мәсетле районының дәүләт техник күҙәтеүе етәксеһе булып эшләргә тура килә.

Етәксе булараҡ ул үҙен яҡшы ойоштороусы һәм профессиональ белгес итеп күр-һәткән.

2011 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Фәрҙиән Шакирйән улы Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләй.

Хеҙмәт стажы 37 йыл тәшкил итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул эш һөйөүсәнлеге һәм ныҡышмалылығы менән айырылып торҙо. Күп йылдар дауамында бай тәжрибә туплаһа ла, производство нәтижәлелеген яҡшыртыу өсөн ул республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының практикаһын өйрәнә.

Фәрҙиән Хажиев район ауыл хужалығының хәлен яҡшыртырға ынтыла. Ул хеҙмәттәштәре араһында һәр ваҡыт абруй менән файҙалана. Район етәкселеге бөтөн тапшырған йөкләмәләргә намыҫлы һәм яуаплы ҡарауын билдәләп үтә. Фәрҙиән Шакирйән улы район халҡының фекеренә ҡолаҡ һала, бер һорауҙы ла, бер теләкте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Ул әҙәплелек һәм талапсанлыҡты эшселәренән генә түгел, ә үҙенән дә талап итә. Ошо сифаттары һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр район хакимиәте, БР дәүләт техник күҙәтеүе һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығы почет грамоталары менән бүләкләнә. Уға “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Юбиляр хаҡлы ялын матур һәм файҙалы үткәрә. Гөлфирә һәм Фәрҙиән Хажиевтар сәйәхәт итергә, республиканың матур һәм иҫтәлекле урындарында булырға ярата.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.