Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
3 Май 2018, 18:04

Етеҙ, сәмле, абруйлы һәм хөрмәтле

- Мәтәүлегә барып еттем, таптым!Йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу, ҡулында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан йыйналған оло гөлләмә – хужабикәгә бүләк.

–Ирек, шундай хислеһең инде, яландан бер буш ҡайтмайһың, матурлыҡты тоя ла, өләшә лә беләһең, – тиеште ҡунаҡтар.

Малай ғына сағында әсәһе баҡсаһында 20 төр сәскә үҫтергән ул, шул шөғөлөнән әле лә арына алмай: ҡара яҙҙан өйөндә астра, циния, башҡа гөлдәр сәсә башлай, эргәләрендә кәбеҫтә, ҡыяр, борос, помидор-ҙары урын ала. Үҫентеләр- ҙе үҙе тәрбиәләй, һыу һибә, күсереп ултырта, һәр япрағы, сәскә, емешен ҡыуанып күҙәтә, мул уңыш ала.

Ни арала өлгөрәлер был ир-уҙаман, һәр саҡ хәрәкәттә. Йортонда ла тәртип: мал ҡураһы тулы, бал ҡорттары гөжләй, ағас юныу-һырлау ҡоролмалары ла тик тормай. Йәмәғәт эштәренән дә ситләшмәй ул: шыршы байрамдарында – мәңгелек Ҡыш бабай, үҙешмәкәр театр тамашаларында, спектаклдәрҙә – төп герой, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы бар сараларҙа –ойоштороусы ла, алып барыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә.

Юҡ, артист түгел ул, тормошон сәнғәт менән дә бәйләмәгән: йөрәге дәртле, күңеле моңға бай Ирек Ғәлимов мәктәптә физкуль-тура уҡыта. Силәбе физкультура институтын тамамлап ҡайтты ул ауылға. Шунда уҡ уҡыусыларҙы ла, ауыл йәштәрен дә спортҡа ныҡлы ылыҡтыра алды, волейбол, саңғы ярыштары, йүгереү буйынса Теләш мәктәбе беренселеккә үрләне. Көндөҙ ҙә, кисен дә спорт залы тулы булды: тренировкалар, күнекмәләр, ярыштар, еңеүҙәр. Егет-ҡыҙҙарҙа сәм артты, көс, тырышлыҡ тәрбиәләнде.

- Атайым бик талапсан: йомоҡ, баҙнатһыҙ, асыла алмай йөрөгән балаларҙы ла спорт менән әүрәтеп, әүҙем шәхескә әйләндерә белә, уларҙан район чемпионын яһай!

12 йәшлек Алтынайҙан бындай һүҙҙәрҙе ишетеүе минең өсөн дә көтөлмәгәндәй ине. Ысынлап та, күпме мәғәнә: маҡсатҡа ирешеү, һәр саҡ көслө рухлы булыу, алға ынтылып йәшәү кеүек иң мөһим, иң күркәм сифаттарҙы тәрбиәләй бит Ирек абыйыбыҙ. Был юҫыҡта бөгөн дә һәр уҡыусыһына өлгө булырлыҡ ул – ике бишен тултырған көндәрҙә лә егеттәрсә етеҙ, сәмле, абруйлы һәм хөрмәтле.

Гөлнара ХАТМУЛЛИНА,

Теләш ауылы.