Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
28 Апрель 2018, 12:48

Йылдар дауамында һыналған мөхәббәт

Һуңғы ваҡытта Һөләймән ауылы халҡы тормошонда төрлө йүнәлештәге мәҙәни саралар бихисап булды. Әле яңы ғына 60 йыл бәхетле никахта йәшәгән ихтирамлы ғаилә пары хөрмәтенә кисә ойошторҙолар.

Һөләймән ауылынан Әнүзә һәм Дамир Һәҙиуллиндар Яңы йыл байрамдарында гәүһәр туйҙарын билдәләне. Кешеләргә яҡты сырайлы, ярҙамсыл һәм изгелекле был пар тирә-йүндәгеләргә һәр ваҡыт яҡтылыҡ илтә.

Әнүзә апай менән Дамир ағайҙың мөхәббәт тарихы эштән һәм уҡыуҙан һуң бөтә ауыл йәштәре йыйылған киске уйындарҙан башлана. Тыумышы менән Һалҡын шишмә ауылынан булған Әнүзә апай ул ваҡытҡа күп нәмәләр кисерергә өлгөрә. Атаһы Сәйет Янбаевты фронтҡа алғас, әсәләренә балаларын туйҙырыу өсөн тәүлектәр буйы эшләргә тура килә. Көндөҙ ул – фермала, төндәрен ҡарауылда тора. Йәйгеһен һыйырҙар көтә.

– Ул заманда ашарға етмәне. Әсәйебеҙ һәр ваҡыт үҙе менән шешә йөрөттө, уның янына килһәк, шуға һыйыр һауып һөт эсерә торғайны. Шул беҙгә көн буйына етә, – тип иҫенә төшөрә Әнүзә апай. – Нисектер бер ваҡыт, үҙе генә булғанда, һөҙөшкән малдарҙы ҡыуып ебәрергә уйлай. Унда нәҫел үгеҙе лә була. Ярһыған үгеҙ әсәйемә ташланып, уны һөҙөп теткеләп бөтә. Ҡанға батҡан әсәйемде өйгә алып ҡайтып һалдылар. Ул бик оҙаҡ үҙенә килде, һөҙөмтәлә күкрәгендә ниндәйҙер ҡаты шеш ҡалды, һуңынан Таҫтүбәлә уға операция яһанылар. Ул уңышһыҙ булып сыҡты, әсәйем шулай итеп мандый алманы. Ул ваҡытҡа атайыбыҙ һуғыштан ҡайтҡайны инде. Ғаилә тулы булһын өсөн, ул икенсе тапҡыр өйләнде. Атайым һайлаған апай, Миңнур Шакирова, яҡшы ҡатын булды, тик үҙ балалары ишәйгәс, өлкән балаларҙы Кесе Ыҡтамаҡ балалар йортона бирергә мәжбүр булдылар.

Ике йылдан һуң Әнүзәне апаһы Хәсимә Һөләймән ауылына үҙенә ала. Мәктәпте бөткәс, Әнүзә, бер аҙ аҡса эшләп алырға уйлап, Свердловск өлкәһенә сығып китә. Ябай ауыл ҡыҙы хәрбиләштерелгән янғын һағына эшкә урынлашырға батырсылыҡ итә. Уға автомат, һуңыраҡ пистолет ышанып тапшыралар.

Бәлки шунда тороп та ҡалыр ине Әнүзә, тик йәш егет Дамир ҡыҙға тынғы бирмәй: хаттар яҙа, ҡайтыуын үтенә. Шул саҡтан алып Һәҙиуллиндарҙың ғаилә тарихы башлана. Ике яҡтан да ата-әсәләре яҡшы туй яһай. Кәләш алырға Һалҡын шишмә ауылына кейәү кеше аттар егеп килә.

Йәштәр кейәүҙең ата-әсәһе һәм һеңлеләре менән төп йортта татыу йәшәй. Дамир ағай әле өйләнгәнсегә тиклем үк МТС-та комбайнсы булып эшләй. 60-сы йылдар уртаһында Ләмәҙтамаҡ ауыл советын етәкләй. 1972 йылда етәкселек уны Әлшәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрә. Диплом алғас, уны хәүефһеҙлек техникаһы буйынса яуаплы итеп ҡуялар, шул уҡ ваҡытта профком рәйесе була. 22 йыл Һөләймән бригадаһына етәкселек итә. Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында өйҙә ҡәҙерләп һаҡланған бер өйөм почет грамоталарына ҡарап фекер йөрөтөргә мөмкин.

Әнүзә апай колхозда эшләй, шунан 32 йыл кино селтәрендә кассир булып хеҙмәт итә. Уның да наградалары байтаҡ.

Әнүзә һәм Дамир Һәҙиуллиндар-ҙың балалары хәҙер инде үҙҙәре лә пенсионер, ә шулай ҙа эштәрен ташламағандар: улдары Венер – нефть ойошмаһында аппаратсы, Радик – водитель, Венера – медицина хеҙмәткәре. Барыһы ла ҡалала йәшәй, ләкин яйы сыҡҡан һайын балалары һәм ейәндәре менән ата-әсә йортона ашығалар.

Ваҡыт аяуһыҙ. Көс-дәрттәре ташып торған саҡтары артта ҡалды. Шулай ҙа Һәҙиуллиндар үткәндәргә зарланмай. Улар һөйөү һәм татыулыҡ менән үткәргән һәр бер көндәренән ләззәт алып йәшәй.

Рида ЗӘЙНЕТДИНОВА,

Һөләймән ауылы.