Борис Ғәзиз улы тыумышы менән йәмле күренеше, бейек тауҙары, мәңге йәшел ҡарағайҙары, мөһабәт имәндәре, һалҡын шишмәһе менән дан тотҡан Борғатъя ауылынан. Уның бала сағы илдең балалар һәм үҫмерҙәрҙең колхоз производствоһында ҡатнашыуына мохтаж булған һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Улар бәләкәйҙән ат өҫтөндә яҙҙарын һабан һөрөүҙә, йәйен бесән әҙерләүҙә, көҙөн иген һуғыу-ҙа ҡатнаша, ә ҡыштарын фермаларҙа эшләй. Борис ағай ҙа йәштәштәре менән бер рәттән хеҙмәт итә. Ул ғаиләлә иң кесеһе була. Атаһы Ғәзиз хеҙмәт фронтынан ауырып ҡайта һәм 1944 йылда донъя ҡуя, ә инәһе Зәйнәп өс бала менән тороп ҡала, ағаһы Әлфит колхоз эшенә егелә, апаһы Шәрифәне ФЗО-ға алалар. Борис ағай инәһе менән эшкә йөрөй, шунан фермала үҙ аллы эш башлай.
Борис ағай 1956 – 1960 йылдарҙа хәрби хеҙмәтен уңышлы үтә һәм Яраҫтауҙа тракторсылар курсын тамамлай, шунда уҡ водителгә уҡып таныҡлыҡ ала. Һөнәре буйынса МСО-ға (МПМК-243) урынлашып, ғүмер буйы шунда водитель булып эшләй, район үҙәгендә йорттар һалыуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның хеҙмәте күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм “Социалис-тик ярышта еңеүсе” һәм “30 йыл аварияһыҙ эшләү” знактары менән билдәләнгән. Ойошма тарҡалыу сәбәпле 2 йыл алдан, 1996 йылда, хаҡлы ялға сыға.
Борис ағайҙы өлгөлө ғаилә башлығы тип беләбеҙ. Ул
тормош иптәше Венера еңгә менән өс ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың барыһы ла матур итеп үҙ ғаиләләрен ҡорған. Оло һәм уртансы улдары Ринат менән Азат хәрби хеҙмәтте Афғанстанда үткәндәр, дәүләт наградаларына эйәләр. Ә кеселәре, Айрат, армиянан һуң уҡыу йортон тамамлап, хәҙер Өфөлә төҙөлөштә эшләй.
Тормош дауам итә. 80 йәшен ҡаршылаған Борис ағай үҙенә тәғәйен тормош юлынан лайыҡлы һәм намыҫлы бара: үҙен тулыһынса ғаиләһенә һәм эшкә бағышланы, тыуған еренә тоғро булып ҡалды. Хеҙмәттәрең өсөн яҙмышың ҡыуандыр-һын үҙеңде. Һиңә һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ, яҡындарың һөйөүен һәм ихтирамын теләйбеҙ.
Ғафаровтар исеменән ике туған ҡустыһы Марат ҒАФАРОВ.