Беҙҙең бала саҡ ҡояшлы Ташкентта үтте. Беҙ бәхетле ғаиләлә үҫтек: әсәйебеҙ – башланғыс кластар уҡытыусыһы, атайыбыҙ – хәрби заводта слесарь. Улар совет заманы рухында тәрбиәләнгән. Һәр замандың үҙ ҡиммәттәре, өҫтөнлөктәре. Ләкин ваҡытҡа бәйле булмаған ҡиммәттәр ҙә бар. Улар намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, яуаплылыҡ, изгелек. Ошо сифаттарҙы ата-әсәйебеҙ беҙҙә лә тәрбиәләне. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрҙө. Ата-әсәйебеҙ бер ҡасан да бер- береһенә тауыш күтәрмәне. Беҙ уларҙың хәстәрлеген һәм һөйөүен тойоп үҫтек. Сағыу байрамға әйләнгән һәр тыуған көнөбөҙҙө яҡшы хәтерләйбеҙ.
Ләкин быларҙың барыһы ла ҡапыл өҙөлдө. Әсәйебеҙ ҡаты ауырып китте һәм 90-сы йылдарҙа беҙ туғандар эргәһенә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп ҡайттыҡ. 42 йәшендә әсәйебеҙ вафат булды. Ләкин беҙ ауыр көндәрҙә атайыбыҙҙың терәген тойоп йәшәнек. 47 йәшендә атайыбыҙ икенсе тапҡыр өйләнде. Уларҙың улдары Денис тыуҙы.
Атайыбыҙ – ысын ирҙәр өлгөһө ул. Беләһегеҙме, совет фильмдарындағы кеүек: рәхимле, аҙыраҡ бер ҡатлы, ләкин саф күңелле һәм ғәҙел.
Ул ышаныслы кеше. Ышаныслылыҡ – үтә лә киң төшөнсә, уны ике һүҙ менән генә аңлатып биреүе ҡатмарлы, ләкин мин уны түбәндәгесә аңлайым: ундай кеше бер ҡасан да хыянат итмәйәсәк, бәлә-ҡазала ташлап китмәйәсәк. Уға нимә менән генә мөрәжәғәт итһәң дә, ул һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша. Атайымдың нәҡ ошо сифаттары өсөн хөрмәт иткән дуҫтары күп.
Ғүмере буйы атайыбыҙ беҙҙең өсөн үрнәк булды. Ижади һәләт менән бергә таһыллыҡ, теүәллек һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар уның тормошонда һәр ваҡыт йәшәне.
Атайыбыҙҙың ҡулдары алтын. Ул иҫ киткес өй һалды. 22 апрелдә уға 70 йәш тула, ул әүҙем: эшләүен дауам итә, тормош иптәше менән ҙур хужалыҡ һәм баҡса тота.
Бөгөн беҙ, уның балалары, ғаиләле, үҙебеҙ балалар үҫтерәбеҙ һәм уларҙы атайыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ғорурланып, Фәнзәүи Рамазанов – беҙҙең атайыбыҙ, тибеҙ!
Атай, тиһәм, күҙ алдына баҫа
Донъя йөгөн тартҡан йөк аты.
Ынтылыуы түгел маҡталырға,
Барыр ергә етеү — маҡсаты.
Ил яҙмышы – атай иңдәрендә,
Көн ҡарашы – атай күҙендә.
Балалары өсөн күңеле киң,
Ҡыйын саҡта атай түҙем дә.
Атайҙарға маҡтау һирәк, тибеҙ,
Мохтажмы ни имән маҡтауға?
Олпатлығы олпат көйгә ҡала,
Киң күкрәге – дауыл ҡаплауға.
Эльвира Баһауетдинова һәм Зенфира Бердышева.