Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
13 Апрель 2018, 14:16

50 йыл – ул тотош ғүмер

Парлап йәшәүҙең һәр йыллығы – үҙенә күрә бер төрлө, ҡабатланмаҫ байрам. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята.

Апрелдең тәүге көндәрендә Сәғҙәтовтар – Рәмзиә Ахун ҡыҙы менән Рөстәм Ғарифулла улы – бергә намыҫлы хеҙмәттә һәм ғаилә хәстәре менән үткән ғүмер-ҙәренең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне.

Улар Абдулла ауылында тыуып үҫкән, бер мәктәпкә уҡырға, урындағы клубҡа бейергә йөрөгән һәм шунда бер-береһенә һөйөү уты тоҡан-ған. 1968 йылдың 5 апрелендә әллә ниндәй ҡупшы туй күлдәктәре, Мендельсон марш-тары һәм шампан шараптарыһыҙ ғына улар Оло Аҡа ауыл советында никахтарын теркәй.

Был ябай ауыл хеҙмәтсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын хеҙмәткә бағышлай, балалар тәрбиәләй, тормош һынауҙарын бергәләп үтә һәм яҙмыш бүләктәренә ихлас һөйөнә.

Рөстәм Ғарифулла улы хеҙмәт юлын Яраҫтау училищеһынан һуң “Мәсәғүт” совхозында башлай. 1962 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ҡаҙағстанда ракета ғәскәр-ҙәре часында механик-водитель булып хеҙмәт итә. Уға Алма-Атала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығына арналған парадта ҡатнашыу бәхете тейә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге бик яҡшы уңыштары, өлгөлө дисциплинаһы һәм СССР Ҡораллы Көстәре сафында намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән.

– Армиянан һуң “Әй” совхозы тип үҙгәртелгән шул уҡ хужалыҡта үҙ эшемде дауам иттем. Водитель дә, тимерсе лә булдым. 42 йыл эш стажы менән пенсияға сыҡтым, – ти Рөстәм ағай.

Ул райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар халыҡ суды заседателе, ауыл һәм район советтары депутаты була.

Рөстәм Ғарифулла улы – социалистик ярыш еңеүсеһе, райондың ауыл хужалығын үҫтереү мәнфәғәтендәге хеҙмәте бихисап наградалар менән баһаланған. Уның “Хеҙмәт ветераны” тигән исеме бар.

Рәмзиә Ахун ҡыҙының мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын дауам итергә мөмкинселеге булмай. 17 йәшлек ҡыҙ тырыш һәм һәләтле булғанлыҡтан, уға Абдулла һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға тәҡдим итәләр. Бер рәттән ситтән тороп Ҡазан дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Шулай уҡ ул оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе булып эшләй.

Тынғыһыҙ Рәмзиә апай хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да хеҙмәтен дауам итә. Һигеҙ йыл ҡаҙанлыҡ операторы була, ә бөгөн ауыл мәҙәниәт усағында таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу менән мәшғүл.

Рәмзиә Сәғҙәтова бик талантлы кеше. Ул байрам сценарийҙары яҙа. Мәҫәлән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Мир-Ҡорбан” саралары үткәргәндә уның ярҙамы ныҡ тейә.

2016 йылда ауылда 1744 йылда төҙөлгән баҡыр иретеү заводы хужалары ҡыҫырыҡлауы арҡаһында Көнгөр өйәҙенең Оло Ашап ауылынан күсеп ултырған көнгөр татарҙары менән осрашыу үткән. Был оло байрам инициаторҙарының береһе – Рәмзиә Ахун ҡыҙы. Ҡунаҡтарға боронғо етен эшкәртеү йолаһы күрһәтелә.

Абдуллала драма түңәрәге һәр ваҡыт уңышлы эшләй, ә Рәмзиә апай уның үҙәгендә ҡайнай. Уның ҡатнашлығында тиҫтәләгән: “Ул ҡайтты”, “Әсә хөкөмө”, “Әсәй-ҙәр һәм бәпәйҙәр”, “Әбей-ҙәргә ни етмәй?” һәм башҡа спектаклдәр күрһәтелә. Ә 1983 йылда төп ролде Рәмзиә апай башҡарған “Комиссия килгәс” комедияһы районда I урын ала.

Рәмзиә Ахун ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәп музейын һәм “Ынйы” ҡатын-ҡыҙҙар фольк-лор ансамблен етәкләй. Уның тырыш хеҙмәттәре мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәренең, район Хакимиәтенең күп һанлы грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Улар араһында Башҡортостан райондары тарихын шәхестәр йөҙөндә булдырыу буйынса “Яҡташтар” проектында ҡатнашҡан өсөн Республика Башлығының Рәхмәт хаты ла бар.

Сәғҙәтовтарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә өс бала үҫкән. Ата-әсә уларҙың барыһын да белемле иткән. Улдары Альберт – Мәсетле районы Советы секретары, Илнур – “Гипротрубопровод” акционерҙар йәмғиәтендә водитель, ҡыҙҙары Әлфиә балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Балаларының барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡорған, намыҫ менән хеҙмәт итәләр. Улар ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора, хужалыҡтарында ярҙам итергә тип ғаиләләре менән тыуған йорттарына ашҡынып ҡайта. Ә улар менән бергә өләсәй һәм олатай эргәһенә кесе быуын: өс ейән һәм бер ейәнсәр ҡайтып йөрөй.

– Әгәр яңынан башларға кәрәк булһа, беҙ башҡа тормош теләмәҫ инек. Аңлау, сабырлыҡ, аҡыл беҙгә 50 йыл бергә ғүмер кисерергә ярҙам итте! Илле йыл – ул тотош бер ғүмер, – ти ирле-ҡатынлы Сәғҙәтовтар.

Айгөл ШАРАПОВА.