Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
6 Апрель 2018, 12:10

Ғүмерен тыуған еренә арнаған

Ошо көндәрҙә хеҙмәт ветераны, Яңы Мөслим ауылының әүҙем кешеһе Сәлимйән Хәкимов 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул үҙе өсөн ауылда бик тә кәрәкле һәм мөһим профессия һайлай – “Агрономия” һөнәре буйынса Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Совет Армияһы сафына алына, Ҡырғыҙстанда танк механик-водителе булып хеҙмәт итә. 1976 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Жданов исемендәге колхоз хисапсыһы булып башлай. Орлоҡсолоҡ инспекцияһында һәм “Сельхозхимия”ла агроном булып эшләй. Көн һайын район үҙәгенә йөрөп эшләүе ауыр булғанлыҡтан, дүрт йылдан һуң эштән китә.

Тыуған ауылында мәктәпкә хеҙмәт һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып урынлаша. Уның етәкселегендә ҡорал бүлмәһе, хәрби кабинет һәм атыу тиры йыһазландырыла. Юғары класс уҡыусылары менән мәктәп ихатаһында спорт ҡаласығы төҙөй.

Шул уҡ ваҡытта Сәлимйән Даян улы Свердловск ҡалаһының ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡый.

1989 йылда уға колхозда баш агроном вазифаһын тәҡдим итәләр.

– Ул ваҡытта колхозда 2300 га һөрөнтө ер эшкәртелә ине, – тип иҫенә төшөрә ул. – Эш бик күп була тор-ғайны, айырыуса яҙғы сәсеү һәм уңыш йыйыу осоронда.

Баш агроном булараҡ ул, орлоҡ һатып алыу һәм туп-раҡты сәсеүгә әҙерләүҙән башлап, йыйылған уңышты һаҡлауға тиклем бөтә производство циклын контролдә тота. Баҫыуҙағы эштән тыш производство пландарын һәм отчет документацияһын төҙөй.

Сәлимйән Хәкимов үҙ эшенә яуаплы, етди ҡарай һәм һәр бригаданан йөкмәтелгән эштең шундай уҡ сифатлы үтәлешен талап итә. Бөтә баҫыу эштәре – сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу – иң яҡшы агротехник сроктарҙа башҡарыла. Колхоз бөртөклө һәм башҡа культураларҙың яҡшы уңышына ирешә. Мәҫәлән, 1990 йылда уртаса уңыш гектарынан 29,5 центнерға етә.

Ул һәр ваҡыт ярҙам итеп, кәрәкле кәңәштәрен биреп торған Мәсетле районы ауыл хужалығы идаралығы агрономдары Кинйәбай Вәхитов һәм Фәнжиә Ҡәләмованы тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

Үҫемлекселекте үҫтереүҙә юғары уңыштарға ирешкәне өсөн Сәлимйән Даян улы Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән, райондың иң яҡшы агрономы тип танылған.

Сәлимйән Хәкимов – вайымһыҙ ҡала алмаған, әүҙем кеше. Хаҡлы ялда килеш тә, ул Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең халыҡ менән эшләү белгесе вазифаһын алып барҙы, ауыл старостаһы булды. Уның инициативаһы менән Еңеү паркының иҫке ҡоймаһы металдан эшләнгәненә алмаштырыла. Ауылды төҙөкләндереү менән ул әүҙем шөғөлләнә, урам яҡтыртылышы өсөн өҫтәмә линия һуҙырға ярҙам итә.

Үҙен яратҡан эшенә биреп, кеше үҙенә көс, дәрт биреп торған шишмәнән башҡа йәшәй алмай. Сәлимйән Хәкимов өсөн ундай шишмә – ул уның ғаиләһе, ныҡлы һәм ышаныслы тылы. Мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән ҡатыны Юлиә менән улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары тормошта үҙ урындарын тапҡан. Тынғыһыҙ ир менән ҡатын бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай: ҙур хужалыҡ тоталар, ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр.

Айгөл ШАРАПОВА.