Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
6 Апрель 2018, 12:08

Беҙҙең әсәйгә – 60 йәш!

Донъяла ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәйенсә, күңел матурлығын һаҡлай белгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай ғәжәйеп кешеләрҙең береһе – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле әсәй-өләсәй, ҡәйнәм Миләүшә Мөхәмәтулла ҡыҙы Сәләхова ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Миләүшә Мөхәмәтулла ҡыҙы 1958 йылда Көршәле ауылында тыуған. Яңы Мишәр 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1975 йылда Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем ала. Һөнәрле булғандан һуң райондың ауыл хужалығы идаралығында эш башлай.

Тормошҡа сыҡҡас, ире Айрат менән ауылда төпләнеп, Фрунзе исемендәге колхозда бухгалтер булып урынлаша. Уның бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге ауыл хужалығына бәйле. Миләүшә Мөхәмәтулла ҡыҙы коллегалары араһында абруй менән файҙалана. Уның профессиональ ғына түгел, ә шәхси сифаттары ла ихтирамға лайыҡ. Бына шулай, хаҡлы ялға сыҡҡансы, арыу-талыу белмәй 37 йыл хеҙмәт итә. Күп йыллыҡ, маҡтауға лайыҡ эше, хеҙмәт бурысына намыҫлы мөнәсәбәте өсөн Миләүшә Мөхәмәтулла ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, район һәм колхоз идараһының бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Тормош иптәше Айрат менән 4 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Айһылыу Мәсәғүт автотранспорт хужалығында кассир, улдары Фидан менән Марат ауылда “Йондоҙ” йәмғиәтендә механизатор булып эшләйҙәр, ә иң кеселәре Айҙар – төҙөүсе. Улар күптән инде үҙ аллы донъя көтә, өләсәйҙе ҡыуандырып ун бер ейән-ейәнсәре үҫеп килә.

Әлеге көндә Миләүшә Мөхәмәтулла ҡыҙы балаларының һөйөүенә төрөнөп йәшәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын, хөрмәтен, туған-тыумасаһының изгелеген күреп, бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып йәшәй минең ҡәйнәм. Йылы ҡарашлы, ихлас, йомарт, уяу булғанығыҙ өсөн беҙ Һеҙгә рәхмәтле.

Ҡәҙерлебеҙ! Байрамың ҡотло, мөбәрәк, көндәрең ҡояшлы, бәхетең һәр саҡ түңәрәк булһын. Ғүмереңдең һәр көнөн уңыштар менән ҡаршыла. Һаулығың ныҡ булып, ерҙәге барлыҡ бәхеттәрҙе татырға насип итһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ. Атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Айрат менән бергә тигеҙ ғүмер теләйбеҙ.

Һине яратып, киленең Земфира, улың Марат һәм ейән-ейәнсәрең Наҙгөл, Искәндәр Сәләховтар.