1985 йылдың 24 июнендә Мәсетле районының “Коммунист” гәзите редакцияһына машинистка сифатында эшкә алын-ған. Уның район гәзите менән бәйле хеҙмәт биографияһы ана шулай башланып китә. Ҡасандыр редакция тупһаһы аша үтеп, ул ғүмере буйына һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Йылдар үтеү менән, баҫма машинкаларҙы үткәндә ҡалдырып, текстар йыйыуҙы компьютерлаштырғандан һуң, редакцияла уны корректор-оператор итеп күсерәләр.
Фәғилә Тимерғәзи ҡыҙы башҡорт телендә гәзит сығарыу өҫтөндә эшләй. Үҙ эшен бик яҡшы белә: тейешле һөнәри кимәлдә компьютер версткаһына эйә, текстарҙы орфографик һәм пунктуацион хаталарһыҙ грамоталы йыя. Хеҙмәт бурыстарына беҙҙең Фәғилә апай яуаплы ҡарай. Уға һәр ваҡыт таянырға була: бер ҡасан да һынатмай, барыһын да сифатлы һәм ваҡытында үтәй. Фәғилә Тимерғәзи ҡыҙы менән бер командала эшләп, мин унан күп нәмәгә өйрәндем. Ул һәр ваҡыт ярҙам итә, кәрәк ерендә әйтеп ебәрә. Район гәзитендә утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә ҙур тәжрибә туплаған һәм бөгөн бик теләп үҙенең белгәндәре менән уртаҡлаша. Профессионаллеге, ярҙамсыллығы, яҡшылығы һәм намыҫлылығы өсөн коллективта хаҡлы рәүештә ихтирам менән фай-ҙалана. Эшләү осоронда күп кенә дәртләндереүҙәргә эйә бул-ған, бер нисә тапҡыр Мәсетле районы Хакимиәте һәм редакцияның Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар агентлығының рәхмәт хаты, Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ошондай иҫ киткес, сағыу, әҙәпле ҡатын менән бергә эшләргә тура килеүенә сикһеҙ шатмын һәм уның хаҡлы ялдағы тормошо күңелле ваҡиғаларға бай булырына иманым камил, сөнки ейән-ейәнсәрҙәре әле үҫеп кенә килә. Оҙаҡ йылдарға етерлек һаулыҡ һәм бәхет Һеҙгә, хөрмәтле Фәғилә Тимер-ғәзи ҡыҙы!
дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары.