1960 йылда Ирина Дремина Мәсәғүт педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.
Шунан Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында юғары белем ала.
Педагог һөнәрен Ирина Ивановна осраҡлы һайламаған. Беренсенән, уға атаһы – математика уҡытыусыһы асыҡ миҫал була. Икенсенән, әле 8-се класта уҡ ул 5-6-сы кластарҙың пионервожатыйы булып эшләй. Бәләкәй уҡыусылар менән аралашыу уға оҡшай. Өсөнсөнән, ул бик уҡырға ярата. Ә иң мөһиме – балаларға ҡарата һөйөү!
Мәҡәләбеҙҙең геройы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып 46 йыл эшләгән. Тәжрибәле педагог уҡыусыларына белем бирергә тырышып ҡына ҡалмай, ә уларҙы изгелеккә, намыҫлылыҡҡа, әҙәплелеккә өйрәтә. Уның уҡыусылары – тормошта лайыҡлы кешеләр.
И. Дремина күпмелер ваҡыт РОНО-ла запас уҡытыусы, һуңыраҡ инспектор булып эшләп ала. Тик балаларға булған һөйөүе көслөрәк булып сыға – кире мәктәпкә ҡайтып, 1999 йылға ҡәҙәр 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Шунан 2-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә күсә, сөнки ире менән йорт һалып сығып, йәшәү урындарын алмаштыралар.
Намыҫлы педагогик эшмәкәрлеге өсөн Ирина Ивановна “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы” знагы, уҡыусыларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә ирешелгән уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, шулай уҡ бик күп мәктәп, РОНО, район Хакимиәте грамоталары менән бүләкләнгән.
Ире Виктор Александрович менән ике бала: ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Светлана олатаһы һәм әсәһенең юлынан киткән. Ул 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының уҡытыусы-логопеды.
Хәҙер Ирина Дремина хаҡлы ялда һәм үҙенең буш ваҡытында баҡса менән булаша – күҙҙең яуын алырлыҡ гөл баҡсаһы, рауза түтәле, ире менән бергә ултыртҡан бихисап емеш ағастары бар. Ул – һөйөклө, бәхетле әсә, биш ейәнгә хәстәрлекле йомшаҡ өләсәй.