Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
15 Март 2018, 18:12

Ғаилә тормошо гәүһәрҙән ҡиммәтлерәк

Лидия һәм Ғәбделфәрит Вәхитовтар 60 йыл бергә йәшәгән. Йәшлек йылдарынан бирелгән яратҡан эш, бихисап һыйырҙар, һарыҡтар аҫралған үҙ ихаталары һәм, әлбиттә, ата-әсәләренән барлыҡ иң яҡшы сифаттарҙы үҙҙәренә һеңдергән балалар – ошоларҙың барыһы ла улар өсөн оло ғаилә бәхетен тәшкил итә.

Яҙмыштарын хәл итә торған осрашыу 1958 йылда була. Ул саҡта Ләмәҙтамаҡ ауылынан йәш шаян ҡыҙ башҡа класташтары менән бергә Тимерәк ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһарға килә. Йәштәр бер-береһен шунда уҡ күреп ала. Ваҡыт үтеү менән ғашиҡлыҡ ысын хис булып үҫеп етә һәм улар яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итә.

Ғаилә тормошоноң тәүге йылын улар ата-әсәләрендә йәшәй. Колхозда эшләйҙәр. Ғаилә башлығы – тракторсы булып, кәләше – бесән сабыуҙа. Беренсе балалары тыуғас, Вәхитовтар Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә.

– Әлегеләй хәтеремдә: үҙебеҙ менән кейемдәр һалынған ике сумаҙаныбыҙ, мендәрҙәр, юрған һәм һандығыбыҙ бар ине, – ти Лидия Вәхитова.

Ғәбделфәрит Вәхит улы сәнәғәт комбинатына ат ҡараусы булып урынлаша, һуңынан быйма баҫыу цехында быйма баҫыусы булып китә. Ҡатыны ла уның менән бергә эшләй.

Һуңыраҡ ғаилә башлығы Дондағы Ростов ҡалаһында мебелселәр курсында уҡый. Ул үҙ ҡулдары менән шифоньерҙар, кухня һәм офис өҫтәлдәре, ултырғыстар һәм башҡа күп нәмәләр яһай. Мебелсе булып ул хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. 32 йыл ғүмерен сәнәғәт комбинатына бирә. Производство планын үтәүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн почет грамоталары, “Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы” (1984 й.), “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн” (1970 й.), “Хеҙмәт ветераны” (1988 й.) миҙалдары менән бүләкләнгән. Унан тыш, биш йыл ауыл советы депутаты була.

Бер үк ваҡытта эшләү, балалар тәрбиәләү, ҙур хужалыҡ та тотоу еңел булмай, әлбиттә. Ләкин улар булдыра алған. Өлкән ҡыҙҙары һәм улдары үҫә төшкәс, кеселәрен ҡарай, хужалыҡ буйынса ярҙам итә башлай.

Бәхет уларға яҙмыш тарафынан бүләк ителгән, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Вәхитовтар уны үҙҙәренең эштәре һәм тирә-йүндәгеләргә мөнәсәбәттәре менән яулаған. Бәләгә тарыған яҡындарын улар бер ҡасан да ташлап ҡуймай. 10 йыл түшәктә ятҡан ауырыу әсәләрен ҡарайҙар, туғандарының етем ҡалған балаларын үҫтереп аяҡҡа баҫтыралар.

60 йыл – аҙ ваҡыт түгел. Ошо осорҙа ике кеше бер бөтөнгә әйләнә. Гәүһәр туйҙарын билдәләп, Вәхитовтар бер-береңде тыңлау ғына түгел, ә ишеткәндә генә ғаилә тормошоноң оҙон һәм ныҡлы булыуына инанған.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.