Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
1 Март 2018, 13:23

Тынғыһыҙ йөрәк

Үҙ ҡарашы Ошондай сифатҡа эйә кешеләр миңә һирәк осрай. Бөтәһе лә ҡарап тора, ә бына күрергә бик аҙҙар ғына һәләтле. Был күреү һәләте түгел, был күңел һәләте. Күрә белер өсөн, “бөтәһе кеүек” булырға тигән теләкте тамырынан ҡороторға кәрәк. Резеда Әҡсән ҡыҙы – шундайҙар-ҙан. Ул иғтибарға лайыҡ ҡатын: принципиаль, ҡаты, ғәҙел. Республика һәм унан ситтәге төбәктәр өсөн күпте эшләгән.

Беҙҙең белешмә

Резеда Әҡсән ҡыҙы Шәмсетдинова (Әхтәрова) 1953 йылдың 5 мартында Теләш ауылында тыуған.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, театр училищеһына уҡырға инә, ләкин ата-әсәһенең ныҡышыуы буйынса педагогия училищеһына күсә. Кейәүгә сыға. Мәктәптә эшләй. Балалар. Ауылда хужалыҡ. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында белем ала.

1986 йылдан ғаиләһе менән Көнбайыш Себерҙә йәшәй. Бәләкәй ватанының ысын патриоты ун йыл дауамында был яҡтарҙа ла халыҡ мәнфәғәтенә эшләй. Төмән өлкәһенең Лангепас ҡалаһында башҡорт теле буйынса факультатив асыуҙа һәм “Башҡортостан мәҙәниәте” фәнен уҡыта башлауҙа инициатор була. “Сулпан” театр ансамблен ойоштора. Урындағы телевидениела нефтсе яҡташтар өсөн башҡорт һәм татар телендә алып барылған тапшырыуҙар рейтинг буйынса лидерҙар рәтенә сыға. “Башҡортостан” ДТРК-һы менән ижади хеҙмәттәшлек эпизодик мәғлүмәти сюжеттарҙан торған тапшырыуҙарҙан башлана. Тиҙҙән нефтселәрҙең тормошон сағылдырған тапшырыуҙар популяр булған “Даирә” программаһында аҙна һайын эфирға сыға башлай. Һуңғараҡ ул Өфөнән “Радио-2” каналына (хәҙерге “Юлдаш”) диктор вазифаһына саҡырыу ала.


2000 йылдан Р. Ә. Шәмсетдинованың һөнәри һәм ижади юлы туранан-тура башҡорт журналистикаһы, шул иҫәптән, матбуғат продукцияһы баҙарында баҫманы алға ебәреү, мәҙәниәтле РR-технологияны индереү, таратыу селтәрен үҫтереү кеүек хәҙерге замандың масс-медиа өлкәһе өсөн яңы бул- ған эштәр менән бәйле була. “Кызыл тан”, “Республика Башҡортостан” республика баҫмаларына, “Аргументы и факты” һәм “Труд” федераль баҫмаларҙың төбәк ҡушымтаһына яҙҙырыу өсөн яуаплы булараҡ, ул йыл һайын тираждың артыуына, реклама бюджетының үҫешенә ирешә. Был өлкәлә уның уңышы билдәле гәзиттәрҙең абруйына ғына түгел, ә һөйләшеүҙәр алып барған кешенең талантына, инандырыу сараларының һәм ысулдарының заманса арсеналына эйә булыуына ла бәйле. Был сифаттарға Резеда Әҡсән ҡыҙы тулыһынса эйә. Уның көнләшерлек аралашыусанлығы, ябайлылығы, ғәҙеллеге гәзит редакцияларына Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре, предприятие, ойошма, бизнес-структура етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары менән оҙайлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу мөмкинлеген бирә.

Баш ҡала шарттары ваҡытҡа тап килеүҙе бойора һәм ул, менталитетын үҙгәртергә, йәшәү рәүеше менән бирелгән стереотиптарҙан арынырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, быға яраҡлаша. Ысынында иһә, ул бер ҡасан да үҙгәрмәне: нисек киң күңелле кеше булған, шулай ҡала килә.

Журналист булараҡ мин уның менән “Берҙәм Рәсәй” гәзите редакцияһында эшләнем. Ул йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса етәксе вазифаһын биләне. Беҙ һәр ваҡыт уның билдәләнгән маҡсатҡа ирешеү өсөн аҙағына тиклем бара алыу һәләтенә “көнләшеп” ҡараныҡ. Төркөм етәксеһе булараҡ, интервью алыу, осрашыу өсөн кәрәкле кешеләр менән һөйләшеп килешә алмаған осраҡты иҫләмәйем мин. Әгәр ҙә проблемалар барлыҡҡа килде лә ти, ләкин беҙҙең төпкөл аңыбыҙҙа, ниндәй генә ҡатмарлы хәл булмаһын, уның эске ресурсы мотлаҡ эшләйәсәгенә ышаныс була торған ине.

Ул тәбиғи рәүештә үҙ урынын таба алды. Беҙ быны шунда уҡ һиҙҙек. Резеда Әҡсән ҡыҙы бар икән, тимәк, бөтә нәмә тәртиптә буласаҡ. Ул шул киңлекте үҙе яулай алды һәм шул уҡ ваҡытта юл эҙләмәне, ә уны үҙе һалды. Дөрөҫөн әйтәм, Резеда кеүек кешене мин белмәйем. Миңә һирәк осрай торған, баҙнатһыҙлыҡты танымаған, янып торған йортҡа инергә әҙер булған, сабып барған атты туҡтата алған ҡатын “ҡанаты” аҫтында эшләүемде аңлау өсөн бер эш сәфәре лә етте. Икенсе көндө үк ҡатын-ҡыҙҙа ошондай көстөң булыуына аптыраған редакцияның ир-егеттәре татыу ғына ханым алдында “баш кейемен” систе.


Һөйөү һәм намыҫ буйынса йәшәү

Уның аҡса иҫәпләргә генә белгән тар ҡарашлы кешегә лә әйтер һүҙе бар. Уға ғүмере эгоизмға һәм башҡа кәмселектәргә сарыф итеү өсөн үтә лә ҡиммәт.

Резеда Шәмсетдинова – өс бала әсәһе. Уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләү һәм яҡшы белем биреү өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын да эшләй. Уларҙың барыһы ла бөгөн үҙ ғаиләләре менән Себерҙә йәшәй. Ейәндәре (ә улар алтау) әүҙемдәр, яҡшы уҡыйҙар, спорт менән шөғөлләнәләр, Аллаһ уларға бөтә яҡлап та талант биргән.

Резеда Әҡсән ҡыҙы тураһында күп яҙырға кәрәкмәй – уның өсөн эштәре һөйләй. Башҡорт журналистикаһында уның исеме – бренд, ышаныслыҡҡа һәм тыныслыҡҡа гарантия. Коллегалары араһында иң әүҙемдәрҙең береһе.

Резеда Әҡсән ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге бик күп наградалар менән билдәләнгән. Ул – Бөтә союз халыҡ театрҙары конкурсы дипломанты, уға Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторының Рәхмәт хаты, Баш-ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат буйынса идаралыҡтың почет грамотаһы тапшырылған. Резеда Әҡсән ҡыҙы коллегалары, республиканың медиа-берләшмәһе, даими бәйләнеш тоторға тура килгән муниципаль берәмектәр, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре араһында абруй менән файҙалана.Уның бик күп мәҡәләләре башҡорт һәм татар телендә республика баҫмаларында сыға. Ул шиғырҙар яҙа, тормоштоң актуаль, әхлаҡи мәсьәләләрен сағылдырған телетапшырыуҙарҙың даими ҡунағы һәм төп геройы.

Резеданың эше һәм шөғөлө күптән инде берләшкән. Уның өсөн бындай йөкләнеш ҡыуаныс ҡына килтерә. Ул тәбиғәт кешеһе, шуға күрә уның закондары буйынса йәшәй. Аллаһы тәғәләнең һөйөү һәм намыҫ буйынса йәшәргә тигән күр-һәтмәһенә ҡаршы килмәй. Үҙе өсөн иң ҡиммәтлеһе тип ғаиләһен, эшен иҫәпләй, ә бәхете – өҙөлөп яратҡан һәм ҡәҙерләгән балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә, ти.

Сәфәрҙәр ваҡытында беҙ тормошҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙек, бәхәсләштек, фекерҙәр-ҙе үҙгәрттек.

Мине уның һүҙҙәре уйға һалды:

– Тик ышаныс ҡына кешене көслө итә, уңыштарға ирештерә. Кемдер байып та күңел шатлығы таба алмағаны өсөн хәсрәтләнә. Икенсе берәү хәйерселектән үрмәләп ҡотолорға тырыша, уңышлыраҡ йәшәгәндәргә асыу тота. Һәм бөтә бәхетһеҙлектәрендә кемде булһа ла ғәйепләй, тик үҙен түгел. Үҙеңдең гонаһлы булыуыңды аңлау, тәүбәгә килеү бөтә сирҙәрҙән дә иң яҡшы дауа…

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ лагер-ҙарҙа, рудниктарҙа, урман йыҡҡанда ышаныс өсөн һәләк булған бит.

Төрлө милләт кешеләре беҙҙең илебеҙ, уның иң яҡшы көндәре өсөн ғибәҙәт ҡылған…

Резеда Әҡсән ҡыҙы, тәрән һулап, ышаныс менән әйтеп бөтөрҙө:

– Һәм ошо көндәр килер тип ышанам…

Тағы ла ошондай эш мәле иҫтә ҡалған: сираттағы кәңәшмәлә Резеда Әҡсән ҡыҙын Хөкүмәт наградаһына тәҡдим итеү мәсьәләһе ҡаралды. Ул баҫты ла: “Мин ирекле рәүештә бынан баш тартам, сөнки башҡаларҙан үҙемде өҫтөн тип һанамайым. Барыһы ла тырышып эшләй, тип иҫәпләйем”, – тине. Аптырашта ҡалған йөҙҙәр, оҙайлы тынлыҡ һәм шуның менән бөтә әйтелде!

Резеданың тынғыһыҙ йөрәге тыуған районына хеҙмәт итеүҙе дауам итә. Ул – “Башҡортостан – Рәсәй” радиоһының үҙ хәбәрсеһе. Үҫмер саҡтағы хыялы ла уны ҡалдырмай: Башҡорт гимназияһында драма түңәрәген алып бара. Бала-сағын һәм тормошҡа ҡарашын сағылдырған сценарийҙар яҙа…

Анатолий Легчилин,

журналист.