Әнәс Мәсғүт улы оҙон хеҙмәт юлы үткән өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән, СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына эйә. Характеры буйынса ул коллегаларының ғына түгел, ә тәрбиәләнеүселәренең дә ихтирамын яулаған баҫалҡы кеше. Тыумышы менән Әнәс Мәсғүт улы Туймазы районынан. Мәсетле еренә ул бүленеш буйынса килеп эләккән.
Әнәс Мәсғүт улының күптәр өсөн эшһөйәрлек һәм үҙ эшен белеү өлгөһө булыуы ғәжәп түгел. Ул Мөкәрәмә Ибәтулла ҡыҙы һәм Мәсғүт Ғәйнетдин улы Әхмәтйәновтарҙың эшсән колхозсы ғаиләһендә тыуған. Ҡандра урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Баҡалы механизация училищеһында уҡый, ә 1958 йылдан Туймазы районының Ленин исемендәге колхозында тракторсы булып эшләй. Шунан СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә. Армиянан һуң Әнәс Мәсғүт улы Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумына уҡырға инә, шунан инде беҙҙең районға килә. Бында уны Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә производство нигеҙҙәре һәм һыҙым уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
1968 йылды Әнәс Мәсғүт улы КПСС-тың Мәсетле район комитетына инструктор вазифаһында партия эшенә тәҡдим ителә. 1972-нән 1975 йылға тиклем КПСС-тың Мәсетле район комитеты тәҡдиме буйынса Башсельстрой идаралығының 243-сө ПМК-һында кадрҙар буйынса өлкән инспектор һәм партбюро секретары булып эшләй.
1975 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә кире ҡайта һәм пенсияға сыҡҡансы производство нигеҙҙәре һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге уҡытыусыһы булып эшләй.
Ҡатыны Нәзиә Солтан ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балаларының барыһы ла – Рәйсә, Римма һәм Ринат педагог һөнәрен һайлаған. Римма Әнәс ҡыҙы социологик фәндәр кандидаты дәрәжәһенә эйә. Аталары кеүек улар ҙа белемдәрен һәм тәжрибәләрен кешеләргә тапшырыуҙарын дауам итә.