Атайыбыҙ Ғабдулла Ғәтиәтуллин 1929 йылдың 7 октябрендә Әжекәй ауылында тыуған. Ғаиләлә иң олоһо булып, уның артынан тағы өс энекәше донъяға килгән.
1941 йылда атаһы һуғышҡа китә һәм Сталинград фронтында хәбәрһеҙ юғала. Әсәләре дүрт бала менән бер үҙе тороп ҡала.
Атайыбыҙға балалыҡ рәхәтен күрергә тура килмәй, ун йәшенән ғаилә йөгөн тарта башлай: ат менән ер һөрөү, ер тырматыу, ашлыҡ сәсеү, иген урыу, бесән сабыу кеүек колхоз эштәренә егелә. 1943 йылда әсәһе лә донъя ҡуйғас, атайыбыҙ ире һуғышҡа китеп һәләк булған, ике ҡыҙы менән тол ҡалған ике туған апаһын Әләгәҙ ауылынан ат менән тейәп алып ҡайта. Бына шулай итеп һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын бергә-бергә күтәрәләр.
1948 йылдың 16 февралендә атайыбыҙ Ҡыҙылбай ауылы ҡыҙы – әсәйебеҙ Ғәзимәгә өйләнә. Ул да көнө-төнө колхозда эшләгән. Әсәйебеҙҙең ике бер туған ағаһы һуғышҡа китеп, береһе генә иҫән-имен ҡайта, уларҙан башҡа тағы ике апаһы һәм һеңлекәше була.
Ғаилә ҡорғас, атайымдың энекәштәрен бергә ҡарай башлайҙар. Оҙаҡламай атайы-быҙҙы армияға алалар. Ул өс йыл ярым Хабаровск крайында хеҙмәт итеп ҡайта. Шул ваҡыт эсендә әсәйебеҙ атайыбыҙҙың энеләрен бер үҙе ҡарай. Өс малайҙы ҡарауы еңел булмағандыр инде. Әле лә ул:
– Ҡайһы ваҡыт ҡайтып китәһе килә торғайны. Тик әсәйем бик аҡыллы кеше бул-ған икән, кейәүҙең армиянан ҡайтҡанын көт, етем бала-ларҙы ҡара, тине, – тип иҫенә төшөрөп ала.
Атайыбыҙ хеҙмәттән ҡайт-ҡас, уларҙы бергәләп үҫтереп, башлы-күҙле итәләр.
Тормоштары яҡшыра башлағас, үҙҙәренең дә алты балаһы – беҙ донъяға килгәнбеҙ. Барыбыҙға ла яҡшы тәрбиә һәм белем алырға ярҙам иттеләр. Оло улдары Фидаил Магнитогорск пединститутының художество-графика факультетын тамамлап, Әжекәй мәктәбендә 40 йылға яҡын уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты. Фәниә Өфө финанс техникумында белем алып, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 40 йылдан ашыу хеҙмәт итте. Инде хаҡлы ялда. Рәзилә Өфө пединститутын бөтөрөп, хаҡлы ялға сыҡҡансы Степной ҡасабаһында балалар уҡытты. Ҡыҙҙары Гөлсирә педучилище тамамлап, Салауат районының Арҡауыл ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Улдары Фәнил Өфө пединститутының художество-графика факультетын тамамлап, әлеге көндә – үҙ аллы рәссам-скульптор. Уның эштәре Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйгә таралған. Мәрзиәбеҙ Өфө медицина университетын тамамлап, хәҙер Салауат районында Арҡауыл линиялы һаулыҡ пунктында табип-терапевт булып эшләп йөрөй.
Атайыбыҙ йәш сағында колхозда тимерсе, балта оҫтаһы, токарь булып эшләне. Һуңынан ул колхоз тирмәне менән лесопилкала хеҙмәт итте. 1961 йылдың эҫе бер йәй көнөндә янғын сығып колхоздың тирмәнен, лесопилкаһын, ашлыҡ келәтен юҡ итә. Атайыбыҙға бер нәмә ҡалмаған тигеҙ ерҙә өр-яңынан барыһын да тергеҙергә тура килә.
Ул лесопилкаға, тирмәнгә ярты район он тарттырырға килә торғайны. Тирмән төнгө 12, 1-гә ҡәҙәр эшләй ине. Беҙ, балалары, атайыбыҙға ашар-ға алып барабыҙ. Хаҡлы ялға ла ул шунан сыҡты.
Балаларының күплегенә ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ йәйҙәр, көҙҙәр буйы колхозда бесәнен сапты, гектары-гектары менән сөгөлдөр эшкәртте, һарыҡ өҫтө алды, ашлыҡ таҙартты һәм башҡа эштәр баш- ҡарҙы.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ ҡайғыһын да, шатлығын да бергә кисерҙе. Беҙҙе – балаларын – барыһын да уҡытып, кеше иттеләр, изгелекле һәм эшһөйәр кешеләр итеп тәрбиәләнеләр. Хәҙер 15 ейән-ейәнсәрҙәренә, 19 бүлә-бүләсәрҙәренә лә шундай сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итәләр.
Рәфизә һәм Фидаил ҒӘТИӘТУЛЛИНдар.