Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
12 Февраль 2018, 16:41

Йөҙ йәше менән ҡотланылар

Ошо көндәрҙә район Хакимиәте вәкилдәре Тутыя әбей Ғарипованы 100 йәше менән ҡотланы.

Юбилярҙы ҡотларға һәм бүләк тапшырырға район Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Гөлназ Ҡадирова менән Вадим Саҙиҡов, мәғлүмәт-аналитика эше буйынса баш белгес Гөлнара Саҙиҡова барҙы.

Ә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһы исеменән уның урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Зилә Рәхимҡолова бүләк тапшырҙы.

Сәй янында ҡунаҡтар юбилярға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм ғаилә йылыһы теләне.