Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
8 Февраль 2018, 18:13

“Үкенерлек түгел был ғүмер…”

Педагогик хеҙмәт ветераны Лилиә Ғарипова ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Лилиә Гәрәй ҡыҙы 1948 йылдың 13 февралендә уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Гәрәй Хәким улы һәм Сайма Ҡәниф ҡыҙы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә.

Бала саҡ, мәктәп йылдары артта ҡала. Яҡшы уҡыған ҡыҙ Мәсәғүт педагогия училищеһына бер ауырлыҡһыҙ инә һәм уны уңышлы тамамлай. Артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында дауам итә.

Лилиә Гәрәй ҡыҙының үҙе һымаҡ уҡыу алдынғыһына ғашиҡ булыуы ла ғәжәп түгел. Шәп йүгерек, оҫта саңғысы, Свердловск өлкәһенең юғары уҡыу йортонда юрист һөнәрен үҙләштереп йөрөгән Мишәр егете Юлай Ғариповҡа кейәүгә сыға.

Йәш ғаилә яңы тормошто Златоуст ҡалаһында башлай. Бында Лилиә Гәрәй ҡыҙы 16 йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә аҙаҡтан мөдир булып эшләй.

Яҙмыш елдәре Ғариповтар ғаиләһен тыуған ауылдарына алып ҡайта. Лилиә Гәрәй ҡыҙы Яңы Мишәр мәктәбендә тарих, география уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса завуч булып эшләй. Ул мәктәп музейының эшен системаға һалыуҙа ярҙам итә, ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында мәғлүмәт туплай. Ерле материалдарҙы ҡулланып, балалар-ға ауыл, мәктәп тарихы тураһында тулы мәғлүмәт бирә. “Крайҙы өйрәнеү” түңәрәген алып бара. Уның тырышлыҡтары һәм хеҙмәт уңыштары “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

Ғариповтар ике балаға ғүмер бирә. Ҡыҙҙары Юлиә тормош иптәше Азат менән матур донъя ҡор-ғандар, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр, ә уларҙың балалары – олатай менән өләсәй өсөн ысын ҡыуаныс.

Лилиә Гәрәй ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, ете йылдан ашыу ветерандар советы эшен етәкләй. Ауылдаштарын ҡыуандырып, ял кисәләре, байрамдар ойоштора.

Тормош дауам итә. Лилиә Гәрәй ҡыҙына ла үҙ ғүмерендә күпте кисерергә тура килә – берҙән-бер улын юғалта. Әммә ул тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, мул тормошта бәхетле ғүмер кисерә. Уның нурлы, йылы ҡарашында ла, эскерһеҙ, ихлас йылмайыуында ла, өләсәйҙәрсә хәстәрлекле йомшаҡ тауышында ла тормошҡа оло һөйөү сағыла. Лилиә Гәрәй ҡыҙының булмышы, тор- мошҡа ҡарашы – күптәр өсөн матур өлгө.

Зәлиә ХАННАНОВА,

ветеран-уҡытыусы.