Бөтә яңылыҡтар
Юбилярҙар
22 Ғинуар 2018, 16:37

Йылдар сыныҡтырған

Ҡарт олатайҙарыбыҙға һәм өләсәйҙәребеҙгә бик ауыр замандарҙа йәшәргә тура килгән. Бала саҡтарынан уҡ ололар менән бергә эшләгәндәр, кейем етешмәгәнлектән һыуыҡтарҙа өшөгәндәр, туйғансы ашау эләкмәгән уларға… Ләкин, тормош михнәттәренә ҡарамаҫтан, улар ҡартай- ғансы киң күңеллелектәрен һәм тормошҡа булған һөйөүҙәрен һаҡлап ҡала алған. 90 йәшлек Нәсимә Хәбибназарованы ла ауырлыҡтар урап үтмәгән.

Тормош юлы тураһында Нәсимә Хәбибназарова ҡыҫҡа ғына итеп һөйләй:

– Әләгәҙ ауылында тыуып үҫтем. Биш бала араһында икенсе булып донъяға килгәнмен. Ике класс бөттөм. Яҡшы белем алыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине. Атайым үлеп китте, әсәйем һуҡырайҙы. Бөтә йорт хужалығы беҙгә, балалар, иңенә ятты.

Үҫмер Нәсимә 12 йәшенән колхозға эшкә төшә. Ҡыш уны урман әҙерләргә ебәрәләр. Унда йәйәү баралар, барактарҙа йәшәйҙәр. Ашарға етмәй. Үҙе менән урманға алып барған икмәген әҙләп кенә ҡабып, һаҡлап ҡына ашарға тура килә.

Йәйгеһен ҡыҙ һыйырҙар көтә. Аяҡ кейеме булмағанлыҡтан табандары ярылып ауырта, ә һалҡыныраҡтарҙа һәм иртәләрен аяҡтары өшөй.

Ҡоҙалап килһәләр ҙә, Нәсимә 20 йәшенә ҡәҙәр кейәүгә сыҡмай, сөнки һуҡыр әсәһен ҡарарға һәм хужалыҡты алып барырға кәрәк була. Шуға күрә балаһыҙлыҡ өсөн һалым түләй.

Буласаҡ ире Миҙхәт сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү өсөн ғаиләһе менән Өфөнән киләләр. Танышҡандан һуң бер ни тиклем ваҡыттан, 1950 йылда, улар туй яһай. Никахта алты бала – биш ул һәм бер ҡыҙ тыуа.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы Нәсимә Хәбибназарова ҡайҙа физик көс талап ителә шунда эшләй. Ул һауынсы, быҙау һәм сусҡа ҡараусы була. Пенсияға сыҡҡас, тағы ла биш йыл магазинда йыйыштырыу-сы эшен башҡара.

Хеҙмәт батырлыҡтары өсөн “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” (2006 й.) һәм “Хеҙмәт ветераны” (1978 й.) исемдәренә лайыҡ була, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Ире лә бар ғүмерен колхозға бағышлаған, моторист һәм төрлө эштәрҙә хеҙмәт иткән. 1996 йылда ул яҡты донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән.

Нәсимә Хәбибназарова һәр ваҡыт ҙур хужалыҡ тот-ҡан. 80 йәшенә тиклем һыйырҙар, һарыҡтар, ҡаҙҙар һәм тауыҡтар аҫраған. Хәҙер инде ул ҡыҙының ғаиләһе менән йәшәй. Баҡсалағы эш- тәрҙә ярҙам итә, ҡош-ҡортто ҡараша.

Өлкән йәштәге ҡатындың һаулығына көнләшерлек. Ауыр йәшлек йылдары уны һындырмаған, ә, киреһенсә, сыныҡтырған ғына. Ул яҡшы ишетә, хәтере шәп, мунсаға ла үҙе йөрөй. Ете ейәне һәм һигеҙ бүләһе, уға йыш килеп, хәлен белеп торалар. Нәсимә инәй үҙенең ғаиләһендә һөйөү һәм ихтирам тойоп йәшәй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.